Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
1 Август 2021, 10:20

Башҡортостанға Еңеү поезы килде

Кисә Өфөгә “Еңеү поезы” килде. Экспозиция менән тимер юл вокзалында танышырға мөмкин. “Еңеү Поезы” – күсмә музей. Бында инәһең дә барыһы ла еңеү өсөн, барыһы ла дошмандарҙы ҡыйратыу өсөн тип йәшәгән осорға эләгәһең. "Еңеү поезында" күргәҙмә 7 вагонда ойошторолған һәм уларҙың һәр береһендә төрлө күренеш сағылдырылған. “Еңеү поезында” 150 скульптура. Кешеләрҙең һыны Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фотоһүрәттәргә ҡарап эшләнгән. Бөтә фигураларҙа ла күҙҙәргә ҙур иғтибар бирелгән. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө кеүек, уларҙа һуғыштың бар михнәте, кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәте һәм һыҙланыуҙары сағылыш тапҡан. Бындағы реквизиттар ҙа ысынбарлыҡты күрһәтә. Һуғыш дәүерендәге ҡоралдар, һалдат формаһы, шул осорҙағы ваҡ әйберҙәр ҙә музейға ҡуйылған. Күргәҙмәне ҡарау өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк: поездпобеды.рф

Башҡортостанға Еңеү поезы килде
Башҡортостанға Еңеү поезы килде

Кисә Өфөгә “Еңеү поезы” килде. Экспозиция менән тимер юл вокзалында танышырға мөмкин.
“Еңеү Поезы” – күсмә музей. Бында инәһең дә барыһы ла еңеү өсөн, барыһы ла дошмандарҙы ҡыйратыу өсөн тип йәшәгән осорға эләгәһең.
"Еңеү поезында" күргәҙмә 7 вагонда ойошторолған һәм уларҙың һәр береһендә төрлө күренеш сағылдырылған.
“Еңеү поезында” 150 скульптура. Кешеләрҙең һыны Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фотоһүрәттәргә ҡарап эшләнгән. Бөтә фигураларҙа ла күҙҙәргә ҙур иғтибар бирелгән. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө кеүек, уларҙа һуғыштың бар михнәте, кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәте һәм һыҙланыуҙары сағылыш тапҡан.
Бындағы реквизиттар ҙа ысынбарлыҡты күрһәтә. Һуғыш дәүерендәге ҡоралдар, һалдат формаһы, шул осорҙағы ваҡ әйберҙәр ҙә музейға ҡуйылған.

Күргәҙмәне ҡарау өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк: поездпобеды.рф

Автор:
Читайте нас: