Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хәтер көнө

Бынан 79 йыл элек 22 июнь таңында фашистик Германия ғәскәре бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына һуғыш башлай. Дүрт йыл дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллиондан ашыу яугир ғүмерен алып китә. Беҙҙең райондан ғына дәһшәтле һуғышта 13 меңдәш ашыу һалдат ҡатнаша, шуның яртыһы тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай, яу ҡырында ятып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары өсөн 13 миллион совет һалдаты орден-миҙал менән бүләкләнә, 11 мең яугир (Башҡортостандан - 278) Советтар Союзы геройы тигән исемгә лайыҡ була, ошо 11 мең яугирҙың 9-ы беҙҙең райондан. Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығы алдында баш эйә. Беҙҙең районда ла “Ҡайғылы әсә” обелискыһына сәскә һалып, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алдылар. Кискеһен иһә “Хәтер шәме” акцияһы була.

Читайте нас: