Мораҙым
+22 °С
Облачно

"Үлемһеҙ полк"ка ҡушылығыҙ!

“Үлемһеҙ полк” акцияһы Бөтә яугирҙар бер сафта Бөйөк Еңеү көнө иң изге байрам булды, әле лә шулай һанала һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ. Уның өсөн ғүмерҙәрен дә аямай беҙгә яҡты тормош бүләк иткәндәрҙе һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға бурыслыбыҙ. 2004 йылдан алып йыл һайын беҙ яугирҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп, ҙур ғорурлыҡ менән “Үлемһеҙ полк” сафына баҫабыҙ. Үкенескә күрә, үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн быйыл был сараны ойоштороу мөмкин түгел. Шуға ла беҙ һеҙҙең төплө, айыҡ фекер йөрөтөүегеҙгә таянабыҙ һәм үҙ һалдатығыҙҙы өйөгөҙҙә, ғаиләлә хөрмәтләп иҫкә алырға кәңәш итәбеҙ. “Үлемһеҙ полк”тың төп бурысы ла нәҡ шулай - һәр ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлау. "Үлемһеҙ полк"ка нисек ҡушылырға була икәнлеген сайтҡа инеп уҡығыҙ.

“Үлемһеҙ полк” акцияһы

Бөтә яугирҙар бер сафта

Бөйөк Еңеү көнө иң изге байрам булды, әле лә шулай һанала һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ. Уның өсөн ғүмерҙәрен дә аямай беҙгә яҡты тормош бүләк иткәндәрҙе һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға бурыслыбыҙ.

2004 йылдан алып йыл һайын беҙ яугирҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп, ҙур ғорурлыҡ менән “Үлемһеҙ полк” сафына баҫабыҙ. Үкенескә күрә, үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн быйыл был сараны ойоштороу мөмкин түгел. Шуға ла беҙ һеҙҙең төплө, айыҡ фекер йөрөтөүегеҙгә таянабыҙ һәм үҙ һалдатығыҙҙы өйөгөҙҙә, ғаиләлә хөрмәтләп иҫкә алырға кәңәш итәбеҙ. “Үлемһеҙ полк”тың төп бурысы ла нәҡ шулай - һәр ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлау.

Үҙ һалдатың хаҡындағы хәтер – ул колоннала барыу ғына түгел. “Үлемһеҙ полк”тың район штабы тәҡдим иткәнсә, башҡа төрлө лә полк сафын тулыландырырға мөмкин.

Социаль селтәрҙәр аша: үҙ яугирығыҙҙың портреты менән фотоға төшөгөҙ йәки уның хаҡында һөйләгәнегеҙҙе видеоға төшөрөгөҙ. Уҙған йылдарҙағы “Үлемһеҙ полк”

сараһында төшкән фотоһүрәттәрҙе һайларға ла мөмкин. Фотоһүрәтте һәм, мөмкин булһа, һалдат (тыл хеҙмәтсәне) хаҡында һөйләгәндәрегеҙҙе #Бессмертныйполкдома #мойполкдома #бессмертныйполк2020 хештегы менән социаль селтәрҙәргә урынлаштырығыҙ. Һеҙҙең Бәйләнештә, Фейсбук, Инстаграмдағы яҙмағыҙ автоматик рәүештә moypolk.ru сайтының #Бессмертныйполкдома​​​ бүлегенә эләгәсәк.

Социаль селтәрҙәргә һалдаттың наградаларының, документтарының йәки һеҙҙең өсөн иҫтәлекле шәхси әйберҙәренең фотоһүрәтен #Кугарчинский район РБ##75артефактов#историясемьи#мойсолдат# тигән дөйөм хештег менән ҡуйырға кәрәк.

moypolk.ru сайты аша - Онлайн-трансляция #Бессмертныйполкдома: һеҙҙең яҙмаларығыҙ сайттың 9 майҙағы яҙма трансляцияһына эләгергә мөмкин. Был көндө “Үлемһеҙ полк”тың матбуғат үҙәге Рәсәйҙә һәм донъяла халыҡтың Еңеү көнөн нисек билдәләүе хаҡында һөйләйәсәк һәм социаль селтәрҙәрҙән #Бессмертныйполкдома #мойполкдома #бессмертныйполк2020 хештегы менән ҡуйылған ғаилә тарихтарын баҫтырасаҡ.

“Үлемһеҙ полк” сайты ярҙамында: әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең һалдатығыҙҙы moypolk.ru халыҡ йылъяҙмаһына индермәгән булһағыҙ, быны эшләп ҡуйығыҙ. Ул – һеҙҙең ғаилә архивығыҙ, ғаилә тарихы хаҡында күберәк белеү мөмкинлеге. Бының өсөн “Бәйләнештә” селтәре аша райондың “Үлемһеҙ полк” төркөмөнә инергә һәм һылтанмалар аша moypolk.ru сайтына күсергә, унда полктың урынлашҡан урынын (Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы) табырға, “Олатайыңды полкка яҙҙыр” ҡағиҙәһе буйынса эш итергә кәрәк.

Өйҙә: бар ғаиләгеҙ менән байрам табыны артына йыйылығыҙ, күкрәгегеҙгә Георгий таҫмаһын беркетегеҙ, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә яугир яҡынығыҙҙың фотоһүрәтен күрһәтеп, уның хаҡында һөйләгеҙ. Һалдат фотоһүрәте менән эшләнгән транспарантты был ғаиләнең үҙенең геройын хөрмәтләүе билгеһе итеп, тәҙрәгеҙгә ҡуйырға, балаларға “Билдәһеҙ һалдат хаты”н уҡырға, “Үлемһеҙ полк” йырын тыңларға, бергәләп “Еңеү көнө” йырын йырларға мөмкин. Ғаилә байрамын һүрәтләгән фотоһүрәттәрҙе һәм видеояҙманы #Мы помним!#Мы гордимся#Моя семья#Мы внуки твои, Победа# хештегы менән социаль селтәрҙәге төркөмгә һалырға була.

Өҫтә һанап кителгән изге эштәрҙе “Беҙ – Бөйөк Еңеү тоҡомдары” лозунгыһы аҫтында балалар менән башҡарыу йәш быуын өсөн дә, беҙҙең өсөн дә баһалап бөткөһөҙ илһөйәрлек һәм хәтер һабағы буласаҡ. Беҙ “Үлемһеҙ полк” девизына тоғро ҡаласаҡбыҙ: “Улар һәр ваҡыт еңеү сафы менән барырға тейеш!”

Ғәфүрә ӘБДЕЛМӘНОВА, “Үлемһеҙ полк”тың Күгәрсен районы буйынса координаторы.

Читайте нас