Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2021, 15:07

Башҡортостанда яңғыҙ айыу кешегә ташлаған

Бәләгә тарыусы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Нефть сығарыусы предприятиеларҙың береһендә эшләүсе ир коллегаһы менән Благовещен эргәһендәге быраулау скважинаһынан ҡайтып килгән булған. Ошо ваҡытта уларҙың ҡаршыһына сыҡҡан урман хужаһы ирҙәрҙең береһен бер нисә урындан тешләп өлгөрә.

Бәләгә тарыусы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итә БАШНЬЮС. Нефть сығарыусы предприятиеларҙың береһендә эшләүсе ир коллегаһы менән Благовещен эргәһендәге быраулау скважинаһынан ҡайтып килгән булған. Ошо ваҡытта уларҙың ҡаршыһына сыҡҡан урман хужаһы ирҙәрҙең береһен бер нисә урындан тешләп өлгөрә.
Зыян күреүсенең башы һәм аяғы йәрәхәтләнә. Әле ул аңына килгән, шулай ҙа хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ас айыу был урында бурһыҡ ояларын туҙҙырып йөрөгән. Ҡышҡы йоҡонан уянған тайыштабандар әлеге ваҡытта үҙҙәрен айырыуса агрессив тота.
Илдар Байбулатов.
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: