Мораҙым
0 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2016, 05:58

Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк

Йор һүҙле халҡыбыҙҙың “Кәзәһе түгел, мәҙәге ҡиммәт” тигән бик тапҡыр һүҙҙәре бар. Киләһе ярты йыллыҡҡа йәки бер йылға “районка”ларға яҙылып, квитанцияларын беҙгә ебәргән 500-гә яҡын кеше лә нәҡ шулай уйлайҙыр. Бүләк отоу мөмкинлеге бирелгән икән, ниңә бәхетеңде һынап ҡарамаҫҡа, шулай түгелме ни?!

Добавить в предпочтительные источники Google

6 декабрҙә барлығы 498 квитанция уйнатылды, шуларҙың 220-һе “Мораҙым” гәзите уҡыусыларыныҡы ине.

Был аҙнала иң даланлылары – Яңауылдан Ишбулды Буранбаев (бәләкәй сәйгүн), Моҡастан Гөлназ Әбдрәхимова (кружкалар) һәм Һарытау утарынан Азат Аҫылбаев (плед).

Ошондай уҡ бүләктәр “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһында ла уйнатылды. Уларҙың бүләктәре Мораҡта йәшәүсе Ирек Сафинға (һүрәттә), Р.Мәжитоваға, Динара Ҡормановаға насип булды.

Бүләк отоусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Читайте нас