Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2021, 16:47

Республикала «Шыршы-2021» операцияһы башланды

2021 йылдың 29 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2021» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла.

Республикала «Шыршы-2021» операцияһы башланды
Республикала «Шыршы-2021» операцияһы башланды

Операция барышында урман һағы хеҙмәткәрҙәре башҡа ҡыҙыҡһынған органдар менән берлектә рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршыларҙы асыҡлау өсөн яңы йыл продукцияһы һатылған урындарҙа даими рейдтар һәм урман фонды ерҙәрендә тикшереү үткәрә. Законһыҙ ташыған шыршыларҙы асыҡлау өсөн ЮХХДИ менән берлектә дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ һәм стационар постар ойошторола.

Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум штраф һалына. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусының енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин. Ошо статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Автор:
Читайте нас: