Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2021, 14:16

"Әсәйемә бүләккә"конкурсының 3-сө ҡатнашыусыһы - Исҡужина Нурия Рафаил ҡыҙы

Минең донъялағы иң ҡәҙерле кешем - әсәйем Исҡужина Нурия Рафаил ҡыҙы тәбиғәте иҫ киткес матур Ишембай районы Этҡол ауылында донъяға килгән. Һәләүек йылғаһының татлы һыуҙарын эсеп, бик теремек, эшкә әрһеҙ булып үҫә ул. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм штукатур-малярға  уҡып сыға. 1983 йылда Күгәрсен районына килен булып төшә. Атайым Хәсән менән беҙгә, 3 балаһына ғүмер бүләк итәләр. 1993 йылда Аралбайға ҡайтып төпләнәләр. Өр яңынан өй һалып сығып донъя көтәләр. Әсәйем бер баҡытта ла тик ултырманы, бик күп йылдар һауынсы булып тир түкте, колхоз бөткәс, 5 йылдан артыҡ оло кешеләрҙе ҡараны, социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.Әле ул ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. 2 ейәненә һәм 2 ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй. Уның бешергән икмәктәре, аштары телеңде йоторлоҡ, бәйләгән ойоҡбаштары аяҡтарыбыҙҙы ғына түгел, күңелдәребеҙҙе лә йылыта. Быйылғы йыл әсәйем өсөн дә, беҙҙең өсөн дә еңел булманы. Ҡәҙерлебеҙ ауыр операция үткәрҙе, һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Аллаға шөкөр, үҙенең күңел көрлөгө, тырышлығы, беҙҙең доғаларыбыҙ менән аяҡҡа баҫты. Әсәй!!! Һин беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәүсе йылы ҡояшыбыҙ, беҙҙең өсөн доға ҡылып, бәлә-ҡазаларҙан аралаусыбыҙ!!! Байрам менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, атайыбыҙ менән бергә-бергә тигеҙ ҡартайырға, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!!! Бөтә балалары исеменән Рита Аҡкилдина.

"Әсәйемә бүләккә"конкурсының 3-сө ҡатнашыусыһы - Исҡужина Нурия Рафаил ҡыҙы
"Әсәйемә бүләккә"конкурсының 3-сө ҡатнашыусыһы - Исҡужина Нурия Рафаил ҡыҙы

Минең донъялағы иң ҡәҙерле кешем - әсәйем Исҡужина Нурия Рафаил ҡыҙы тәбиғәте иҫ киткес матур Ишембай районы Этҡол ауылында донъяға килгән. Һәләүек йылғаһының татлы һыуҙарын эсеп, бик теремек, эшкә әрһеҙ булып үҫә ул. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм штукатур-малярға  уҡып сыға. 1983 йылда Күгәрсен районына килен булып төшә. Атайым Хәсән менән беҙгә, 3 балаһына ғүмер бүләк итәләр. 1993 йылда Аралбайға ҡайтып төпләнәләр. Өр яңынан өй һалып сығып донъя көтәләр.

Әсәйем бер баҡытта ла тик ултырманы, бик күп йылдар һауынсы булып тир түкте, колхоз бөткәс, 5 йылдан артыҡ оло кешеләрҙе ҡараны, социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.Әле ул ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. 2 ейәненә һәм 2 ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй.

Уның бешергән икмәктәре, аштары телеңде йоторлоҡ, бәйләгән ойоҡбаштары аяҡтарыбыҙҙы ғына түгел, күңелдәребеҙҙе лә йылыта.

Быйылғы йыл әсәйем өсөн дә, беҙҙең өсөн дә еңел булманы. Ҡәҙерлебеҙ ауыр операция үткәрҙе, һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Аллаға шөкөр, үҙенең күңел көрлөгө, тырышлығы, беҙҙең доғаларыбыҙ менән аяҡҡа баҫты.

Әсәй!!! Һин беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәүсе йылы ҡояшыбыҙ, беҙҙең өсөн доға ҡылып, бәлә-ҡазаларҙан аралаусыбыҙ!!!

Байрам менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, атайыбыҙ менән бергә-бергә тигеҙ ҡартайырға, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!!!

Бөтә балалары исеменән Рита Аҡкилдина.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: