

Айгөл Айҙар ҡыҙы 1984 йылда Түләбай ауылында ябай эшселәр ғаиләһендә тыуған. Ҡалдар мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Мораҡ ауылында һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы, тегенсе, баҡсасы, һатыусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлағас, 2002 йылда, үҙе армияға оҙатып өҙөлөп көтөп алған һөйгән йәре – Рифат Ғайса улына кейәүгә сыға. Ялсы ауылына килен булып төшкәс, “иң мөһиме ике ҡулыңа эш булһын” тип, клубҡа йыйыштырыусы булып эшкә сыға. Изгелекле ҡайны-ҡәйнәһе йәштәр үҙ ҡыйығын булдырғансы уларға һәр яҡлап терәк булып тора.
Бер-бер артлы донъяға килгән мөхәббәт емештәре Бикбаевтар ғаиләһенең нигеҙен тағы ла нығыта, матур парҙың бер-береһенә булған ихтирамын йәнә лә арттыра төшә. Хәстәрлекле ата-әсә сабыйҙарына ыңғай шарттар тыуҙырыр өсөн бар тырышлығын һала. Ғаилә башлығы “Иртөбәк” агрофирмаһында намыҫлы эш күрһәтергә лә, кәләшенә ҙур шәхси хужалыҡта, балаларҙы тәрбиәләүҙә төп терәк булып торорға ла өлгөрә.
Әлеге мәлдә декрет ялында булған Айгөл ҡәҙерлеләрен милли аш-һыуҙан, хәстәрлекле наҙынан өҙмәй. Ялдан сыҡҡас, үҙе кеүек оҫта ҡуллы килендәр, апайҙар-инәйҙәрҙе туплаған “Гөлйемеш” түңәрәгенең эшен йәнләндерергә, матур мәҙәни саралар ойоштороп урындағы халыҡтың тормошона йәм өрөргә ниәтләй.
- Бала бағыу – үҙе ҙур бәхет, ә биш бала ҡарау – бишләтә бәхет, - ти ихластан әсә.- Күп балалы ғаиләлә сабыйҙар бер-береһен тәрбиәләүсән. Беҙҙең ғаиләлә лә шулай. Балаларыбыҙ ҡул алмаш булып, эшкә өйрәнеп үҫеп килә, өлкәнерәктәре кесерәктәрен ҡараша. Иң өлкәне – Рузалиябыҙ хәҙер студент инде. Илмир атаһының ҙур ярҙамсыһы һәм һылыуҙары, мырҙаһы өсөн өлгөлө ағай. Өсөнсөһө – Айдилә, минең уң ҡулым да, һылыуы Рәфилә өсөн хәстәрлекле апай ҙа. Иң кесеһе, кинйәһе – Илфирға әле яңыраҡ ҡына бер йәш тулды.
Әйткәндәй, тик тормаҫ туғандарына оҡшап, кинйәләре лә шуҡ, теремек, йәше тулған көндө тәпәй китеп тә туғандарын һәм ата-әсәһен сикһеҙ ҡыуандырған.
Ауыл еренең бар тәмен тойоп тырышып донъя көтөүсе, Ялсының бер сағыу биҙәге булып тороусы ҙур һәм татыу, эшһөйәр ғаиләлә, оло йөрәкле әсәнең йылы ҡанаты аҫтында тәрбиәләнгән балаларҙың да киләсәге яҡты, имен, юлдары аҡ һәм уң булыр, тип өмөт бағлаһы килә!