Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноября 2021, 10:50

Бәхет сере - татыулыҡ

Матур ғаилә – ил күрке, тип белмәй әйтмәгәндәр. Татыу ғүмер кисереп, матур балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көткән парҙар районыбыҙҙың бәҫен күтәрә, данын арттыра. Мораҡ ауылында йәшәүсе Гөлгөнә һәм Ғәзим Рафиҡовтар күптәрҙе һоҡландырған нәҡ шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе. Исем ауылында тыуып үҫкән һәм Сибай педагогия колледжын, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының биология факультетын тамамлаған, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған ҡыҙ ҡасандыр хәрби комиссариатта эшләрмен тип, бәлки, башына ла килтермәгәндер. Әммә яҙмыш уны урау юлдарҙан нәҡ ошо эшкә алып килә. Һәм бына инде 4 йыл Гөлгөнә Миһран ҡыҙы Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы булып эшләй. Был еңел булмаған вазифаны оло намыҫ менән башҡара ул. Ғаилә башлығы Ғәзим Мырҙағәли улы Нуҡай ауылы егете. Ул оҙаҡ йылдар Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы бүлегендә эшләп, быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡҡан. Дауамы - сайтта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхет сере - татыулыҡБәхет сере - татыулыҡ
Бәхет сере - татыулыҡ

Уға бер нисә йыл элек Чечен Республикаһына хәрби командировкаға барырға ла тура килгән. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел – әлеге көндә “ТранснефтьУрал” йәмғиәтенең ведомствонный охранаһында эшләй.

Рафиҡовтар өс балаға ғүмер биргән. Улдары Артур ил алдындағы изге бурысын үтәгәндән һуң, хеҙмәтенн контракт буйынса дауам итә. Уртнасы ҡыҙҙары Алина Ырымбурҙа хеҙмәт юлын башлаған, Эльвиналары иһә Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 6-сы класында белем ала.

 - Йәшәй-йәшәй ир менән ҡатын бер бөтөн, бер йәнгә әйләнә. Бер-береңде ҡәҙерләп, һаҡлап йәшәгәндә генә, бәхеткә өлгәшергә була, - ти матур пар.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас