Мораҙым
+9 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноября 2021, 10:29

Кисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"ла

Хоҙайбирҙин ауылы ҡыҙы Гөлдания Ғайсина Күмертау ҡалаһындағы ковид-госпиталдә эшсе ҡулдар етмәгәнлеген белгәс, санитарка булып барырға ҡарар итә. 22 йәшлек кенә ҡыҙҙың был аҙымын батырлыҡҡа тиңләргә була.  Гөлдания алған һөнәре буйынса  педагог. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"лаКисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"ла
Кисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"ла

 “Кумертауское время” гәзитендә баҫылған әңгәмәнән өҙөк тә тәҡдим итәбеҙ һеҙгә.

- Сир тарала башлағас, уның барлығына ла ышанмағайным. Ябай киҙеү һымаҡ бер ауырыуҙыр тип кенә уйланым. Ковид-госпиталгә эшкә урынлашҡас, был сирҙең ни  тиклем дә етди икәнлегенә ышанырға тура килде.

 Тәүҙә ауыр ине. Ике смена эшләгәс, эш айышына ла төшөнөлдө. Дистанцион уҡыу тамамланғас, эштән киттем дә  диплом яҡлағас, кире бында килергә ҡарар иттем.

 Беҙҙең төп бурыс – ауырыуҙарҙы ҡарау. Ун икешәр сәғәт эшләйбеҙ. Сәй эсергә, бәҙрәфкә барырға, әҙерәк тән яҙырға бер сәғәт ваҡыт бирелә. “Ҡыҙыл зона”нан сыҡҡанда беҙ тулыһында дезинфекция үтәбеҙ.

 Мин ауылда үҫтем, бер эштән дә ҡурҡмайым.  Памперс алмаштырырға, ашай алмағандарҙы ашатырға өйрәнгәнмен. Пациенттар туғандарың һымаҡ яҡын булып китә. Шәфҡәт туташтары ла һәр ваҡыт ярҙам итә, - тип һөйләй Гөлдания күрше ҡала гәзитенә биргән интервьюһында.

 

 

Кисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"ла
Кисәге педагог - бөгөн "ҡыҙыл зона"ла
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас