

Йәниҫәп алыуҙың төп геройҙары – иҫәп алыусылар. Улар бөтә ауылдарҙағы торлаҡ йорттарҙы йөрөп сыҡтылар. Уларҙың эшенә ошо масштаблы хеҙмәттең һөҙөмтәһе бәйле.
Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы аша иҫәп алыу кампанияһы дауам итә, ул 14 нояргә тиклем оҙайтылды. Дәүләт хеҙмәттәре порталында бер аккаунт аша бөтә ғаиләне яҙҙырырға мөмкин. Бөтә ғаилә өсөн электрон иҫәп ҡағыҙын тултырыу 20 минут тирәһе ваҡытты ала, бер кешегә ни бары 5 минут кәрәк. Иҫәп ҡағыҙы ябай ғына һорауҙарҙан тора. Халыҡ иҫәбен алыу кешенең килемен һәм шәхси мәғлүмәтен тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуймай: алынған бөтә мәғлүмәт дөйөмләштереп иҫәпләнә. Әгәр һеҙ халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашмаһағыҙ, 14 ноябргә тиклем иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыр өсөн мотлаҡ ваҡыт табығыҙ!
Теүәл статистика илдең һәм республиканың йәшәйешен 10 йылға планлаштырыр өсөн кәрәк. Иҫәп алыу мәғлүмәттәре халыҡ тормошон яҡшыртыр өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, төбәктең бюджет финанслауы халыҡтың һанына бәйле. Иҫәп алыу ярҙамында илдең демографик хәлен баһаларға мөмкин һәм уны нисек яҡшыртырға мөмкин булыуын да хәл итергә була. Сараның һөҙөмтәләре илдең киләсәк үҫешенә мөһим ориентир булыр тип көтөлә.
14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашығыҙ!