Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноября 2021, 05:24

Мәңгелек урман

Олуғ шәхес, оло башҡорт яҙыусыһы Ноғман Мусин баҡыйлыҡҡа күсте... Ошо хәбәрҙе ишетеп, тетрәнмәгән, һыҡтамаған кеше ҡалмағандыр... Эйе, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт халҡы өсөн был оло юғалтыу. Әммә уның һәр әҫәре - "Мәңгелек урман", "Зәңгәртауҙа аҡ болан", "Йыртҡыс тиреһе", "Зөһрә", "Сәскәләр керпеген аса", "Таң менән сыҡ юлдарға" һәм башҡа, һәм башҡа беҙҙе нәфис, илаһи әҙәбиәт донъяһына әйҙәгән романдары, повестары күңел тигән затлы һарайыбыҙҙа иң ҡәҙерле урындарҙы биләп, яҙыусы тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡланасаҡ. Үҙе китһә лә, һүҙе ҡалды, тотош быуатлыҡ мәңгелек урманы - башҡорт әҙәбиәтенең алтынға бәрәбәр әҫәрҙәре, ижады ҡалды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәңгелек урманМәңгелек урман
Мәңгелек урман

Фотоһүрәттә: XXI быуат яҙыусыһы форумынан иҫтәлек.

Мәңгелек урман
Мәңгелек урман
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас