Ғәҙелша Ейәнсурин - Муса Мортазиндың ҡыйыу эскадрон командиры һәм дәүләт эшмәкәре. Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин 1894 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙендә Буҫтыбай ауылында (хәҙерге Күгәрсен районы) тыуған. Сәйетҡол ауылында 2 синыфлы училищела уҡый. Артабан Ырымбур ҡалаһында Хөсәйеновтың типографияһында эшләй. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына алынып, уҡыу командаһына ебәрелә. Унтер-офицер званиеһы ала. Көнбайыш фронтта 104-се пехота полкының взвод командиры булып хеҙмәт итә. 1917 йылдың декабрендә фронттан ҡайтҡас, 2-се Ҡараҡыпсаҡ улысы идараһында делопроизводитель булып эшләй. Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс, Ҡыпсаҡ кантоны идараһында эшләй. 1919 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре советтар яғына сыҡҡас, Башревкомдың бойороғо буйынса Ҡыпсаҡ кантисполкомы ойоштороу менән шөғөлләнә. Әммә ауырып китеп, тыуған ауылына ҡайта, был осорҙа Башҡортостан территорияһын аҡтар баҫып ала. Колчак ғәскәренә хеҙмәткә алына. Белов корпусындағы кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1919 йылдың авгусында Орск янында аҡтар сигенә башлағас, бер төркөм башҡорт һалдаттары менән ҡыҙылдар яғына сыға. Һалдаттарҙы төрлө частарға тараталар. Ғ. Ейәнсурин, яңы ғына ҡыҙылдар яғына сыҡҡан Мортазин бригадаһына барып эләгә. Башҡорт кавалерия бригадаһында эскадрон командиры сифатында 1919 йыл Урал фронтында, 1920 йылда поляктарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1920 йылдың декабренән 2-се Башҡорт кавалерия полкының эскадрон командиры итеп тәғәйенләнә. Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, 1922 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Реввоенсоветтың 34-се һанлы (1922 йылдың 7 феврале) фарманында былай тиелгән: “1-се эскадрон командиры Ейәнсурин Ғәҙелша иптәш – 1920 йылдың 14 ноябрендә Юзвин ауылы янында иптәштәрен үҙенең ҡыйыулығы менән рухландырып, үҙҙәрен уратып үтергә маташыусы дошманға ҡаршы алып киткәне һәм атып ятҡан бер пулеметты, ике пулеметсыны йәнә биш әсир алғаны өсөн”. 1921 йылдың декабрендә Башвоенкоман тарафынан Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына һәм атлы конвой командаһының начальнигы итеп тәғәйенләнә, һуңынан БашЧК-ла эшләй. 1923 йылдың мартында Йылайыр кантонына милиция начальнигы урыбаҫары итеп ебәрелә, артабан Башглавсудтың Йылайыр кантонындағы вәкиле итеп тәғәйенләнә. 1925 йылда Тамъян-Ҡатай кантонына күсерелә, һуңынан Арғяш кантонына. 1928 йылдан Өфөлә, БАССР прокуроры ярҙамсыһы вазифаһын башҡара. 1934 йылдан БАССР-ҙың коммуналь хужалығы комиссары булып эшләй. 1937 йылдың 9 авгусында буржауз-милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынып, атыла. 1956 йылда реабилитацияланған.