Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь 2021, 11:15

Тәнгә -йәнгә сихәт икән ыҫланып кипкән ҡорот

Тәнгә-йәнгә сихәт икән ыҫланып кипкән ҡорот... Башҡорттарҙың борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында ҡабат-ҡабат әйтеп тормаһаң да, көн кеүек асыҡ. Көндәлек ризыҡтары ла нәҡ малсылыҡтан килә: ите лә, һөтө лә, ҡымыҙы ла. Бейә һөтөнән шифалы эсемлек – ҡымыҙ эшләһәләр, һыйыр һөтөнән дә бихисап төр аҙыҡ-түлек әҙерләгәндәр.  Аш-һыу мәҙәниәте халҡыбыҙҙа бөгөнгә тиклем тотороҡло һаҡланған. Һөттән ҡаймаҡ, май (майҙың да әле нисәмә төрө!), ҡыҙыл һәм аҡ эремсек, айран, ҡатыҡ, һөҙмә, сыр, ҡорот эшләгәндәр. Һуңғыһы иһә халыҡта дауа булараҡ та киң ҡулланыла. Ҡороттоң шифаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Һыуыҡ тейгәндә уны  һыуға иҙеп, һары май, тоҙ, бер аҙ борос һалып, иҙеп эскәндәр, ашҡаҙан ауыртып, аппетит булмай торғанда ҡайнап һыуына биргән һыуға йәш ҡорот иҙеп дауаланғандар. Тоҙлоҡло һурпаны  еңел эшкәртер өсөн дә ашҡа ҡорот һалғандар.

Һимеҙ итте күпләп ашаған, тоҙлоҡло һурпа эскән башҡортто холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар  итте эшкәрткәндә бүленеп сыҡҡан, организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит, шулай итеп, ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә.

Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Тормош һабаҡтары" дәреслегендә лә ҡороттоң үҙенсәлектәре хаҡында йөкмәткеле мәҡәлә бирелә. Ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә, эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет һыуы менән йыуып бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла, ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Юҡҡа ғына ҡоротто "башҡорт пенициллины" тип әйтмәйҙәрҙер.

Ҡоротто әҙерләү үҙенә күрә мәшәҡәтле генә.

Хәҙерге заманда уны ишле мал аҫрағандар ғына һыйырҙың ағын әрәм-шәрәм итмәй, эшкәртеү йәһәтенән эшләйҙәр. Бынан тыш малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙа ла ҡорот етештереү яйға һалынған. Шулай ҙа, тәү ысул (йәғни, апай-инәйҙәребеҙ ҡулланған рецепт) күптән һыналған булыуы менән отошло. Айыртылған һөттө ойотмос (әсе ҡатыҡ) ҡушып ойотҡас, махсус ағас батманға йыйыла. Әсе ҡорот эшләр өсөн уны бер нисә көн тотоп, әсетергә кәрәк, ә сөсө булһын тиһәң, әсетмәй, тиҙ арала эшләргә кәрәк. Ҡатыҡты ҡаҙанға ҡойоп, талғын ғына утта өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнатаһың.  Ҡайһы берәүҙәр сейә ағасының йәш япраҡлы ботағын да һалып ебәрәләр. Был осраҡта ҡороттан сейә тәме килеп торасаҡ. Ҡайнап сыҡҡансы һарпып (сүмес йә ағас ижау менән болғатып) торорға кәрәк.  Эркет һыуынып, ҡуйыһы төбөнә ултырғас, болғатып ебәреп, кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тоҡҡа ауҙарып, һарҡытырға ҡуяһың. Һарҡып бөткәс, ҡоротто тоҙлап  баҫып, йомғаҡтар яһап, таҡтаға һалаһың да, өҫтөнә йоҡа ғына сепрәк менән ҡаплайһың. Был – йәш ҡорот.  Йәш ҡороттан тағы ла бер аҙыҡ төрө - кипкән ҡорот һәм ыҫланған ҡорот эшләйҙәр.

Н. Сафиндың “Башҡорт аштары” тигән китабында ыҫланған ҡорот эшләү ысулы бирелә. Усаҡ яғып, уның өҫтөнә  2 метр тирәһе бейеклектәге тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйып, шунда уртаса итеп йомарланған ҡоротто теҙеп һалаһың. Аҙна –ун көн үтеүгә ыҫланған ҡорот әҙер була.

 Экологик яҡтан таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Бәлки, киләсәк быуындың ҡоростай сәләмәт, ныҡлы булыуына нәҡ  улар булышлыҡ итер.

А.Айытҡолова фотоһы.

Тәнгә -йәнгә сихәт икән ыҫланып кипкән ҡорот
Тәнгә -йәнгә сихәт икән ыҫланып кипкән ҡорот
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: