Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь 2021, 16:55

Берҙәмлектә уларҙың көсө

 “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулаған Үрге Мөрсәләй (Дөмбәй) ауылы халҡының әүҙем икәнлеге хәҙер инде бар рсепубликаға мәғлүм. Ниндәй генә эштәр булһа ла, бергә атҡарып сыға улар. Быйыл улар йәмғиәт өсөн әһәмиәтле проекттар конкурсында еңеп сығып, спорт майҙансығы төҙөү өсөн 100 мең  һум аҡса отҡан.  Төҙөлөштө бик тиҙ арала ойоштороп ебәргән  Дөмбәйҙәр. Һәр ваҡыттағыса эшкә ситтә йәшәгән яҡташтары ла ҡушылған.

Берҙәмлектә уларҙың көсө
Берҙәмлектә уларҙың көсө

Ошо көндәрҙә үткән өмәлә  Фәимә һәм Айса Аҡъюловтар, Азамат Ҡотлогилдин, Руслан Солтанов Руслан, Ирек һәм Искәндәр Сәмиғуллиндар,  Радик Гәрәев,  Мария һәм Геннадий Заха́ровтар, Йәнбулат Юнысов, Фәнис Джангучиков,  Рамаҙан Сәлихов ҡатнашҡан.

Ауылдары өсөн йән атып торған мөрсәләйҙәргә “Афарин!” дан башҡа һүҙ юҡ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: