+7 °С
Болотло
«Әлегә һәр башлыҡ миңә тәҡдимдәр әҙерләй. Тәүҙә ауыл халҡы анализ бирә йәки баҙарға бара алһын өсөн шәмбе йәки дүшәмбе көндәрендә пассажирҙар транспортын ебәрергә мөмкин. Ләкин был мәсьәләне аҙағынса хәл итербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Әгәр республиканың 500-ҙән күберәк кеше йәшәгән бөтә ауылдарынан район үҙәктәренә автобустар йөрөй башлаһа, минең өсөн идеал булыр ине, тип өҫтәне ул.
«Әлегә был юҡ. Барыһы ла аҡсаға барып төртөлә», — тине ул.