Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2021, 15:13

Диңгеҙ буйы оҡшаған

Йәй каникулдар бөттө. Кемдер уны йылға буйында, кемдер өләсәһе-олатаһы янында ҡунаҡта үткәргән. Ә бына Мораҡ ауылында йәшәүсе, Башҡорт гимназияһының 5 Г класында уҡыусы Лиана Аҡкилдинаға диңгеҙҙе барып күреү бәхете эләккән.  Йыл да “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте эшсәндәренең балалары өсөн күңелле ял ойошторорға тырыша. Быйыл республика буйынса күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләүсе балаларға Ҡара диңгеҙгә 45 путевка бүленгән. Уның берәүһе Туапсе ҡалаһы эргәһендәге Джубга ҡасабаһының  “Радость” һауыҡтырыу лагерына беҙҙең юл төҙөү-ремонтлау хужалығында водитель булып эшләүсе Ришат Аҡкилдиндың ҡыҙы Лианаға бирелгән.    Лианаға диңгеҙ буйы бик оҡшаған, бындай сәйәхәткә тәүге тапҡыр барған ҡыҙ бик йылы һәм матур тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

Диңгеҙ буйы оҡшаған
Диңгеҙ буйы оҡшаған

Йәй каникулдар бөттө. Кемдер уны йылға буйында, кемдер өләсәһе-олатаһы янында ҡунаҡта үткәргән. Ә бына Мораҡ ауылында йәшәүсе, Башҡорт гимназияһының 5 Г класында уҡыусы Лиана Аҡкилдинаға диңгеҙҙе барып күреү бәхете эләккән.

 Йыл да “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте эшсәндәренең балалары өсөн күңелле ял ойошторорға тырыша. Быйыл республика буйынса күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләүсе балаларға Ҡара диңгеҙгә 45 путевка бүленгән. Уның берәүһе Туапсе ҡалаһы эргәһендәге Джубга ҡасабаһының  “Радость” һауыҡтырыу лагерына беҙҙең юл төҙөү-ремонтлау хужалығында водитель булып эшләүсе Ришат Аҡкилдиндың ҡыҙы Лианаға бирелгән.  

 Лианаға диңгеҙ буйы бик оҡшаған, бындай сәйәхәткә тәүге тапҡыр барған ҡыҙ бик йылы һәм матур тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: