

Эшкә иң иртә килгән һәм иң һуңғы булып ҡайтып киткән коллегабыҙ бик егәрле, киң ҡарашлы, белемле журналист.
Уны “аяҡлы энциклопедия” тип атарға була. Сөнки уның белмәгәне юҡ! Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр һорауға уның яуабы бар. Үҙе әйтмешләй, журналист кеше теләйме-теләмәйме, тормоштоң төрлө өлкәләрен белергә, белмәй икән – өйрәнергә тейеш.
Уның районда белмәгән кешеһе юҡ, уны районда белмәгән кеше юҡ, сөнки ул һәр ваҡыт кешеләр араһында. Оло ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәттшебеҙҙе бөгөнгө иҫтәлекле көн менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уға нылы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!