Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2021, 10:54

Алтын туйҙар бөгөн Тәүәкәндә

  Тәүәкән ауылында лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы, күркәм холҡо менән йәштәргә өлгө булып тороусы һоҡланғыс парҙар байтаҡ.  Шуларҙың береһе -Миңнира Яхина менән Әбделнасир Шәһәров бөгөн алтын туйҙарын туйлай. Яҡты йәшлек иртәләрендә бирешкән ант-вәғәҙәләренә, саф мөхәббәт хистәренә мәңге тоғро ҡалып, ярты быуат ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп татыулыҡта үткән матур кешеләр улар.  Ғаилә башлығы Әбделнасир Йомағол улына һуғыш килтергән бар михнәтте татып, бәләкәйҙән ҙур ауырлыҡтар менән сынығып үҫергә тура килә. Колхозда намыҫлы етәксе булған атаһы Сталинград алышында һәләк була; донъя йөгөн яңғыҙы тартып, ҡырыҫ замандың сәйәси аңһыҙлығы йоғонтоһонда һаулығы ҡаҡшаған әсәһе лә яҡты донъяларҙан иртә китә.

Алтын туйҙар бөгөн Тәүәкәндә
Алтын туйҙар бөгөн Тәүәкәндә

 Тәүәкән ауылында лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы, күркәм холҡо менән йәштәргә өлгө булып тороусы һоҡланғыс парҙар байтаҡ.

 Шуларҙың береһе -Миңнира Яхина менән Әбделнасир Шәһәров бөгөн алтын туйҙарын туйлай. Яҡты йәшлек иртәләрендә бирешкән ант-вәғәҙәләренә, саф мөхәббәт хистәренә мәңге тоғро ҡалып, ярты быуат ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп татыулыҡта үткән матур кешеләр улар.

 Ғаилә башлығы Әбделнасир Йомағол улына һуғыш килтергән бар михнәтте татып, бәләкәйҙән ҙур ауырлыҡтар менән сынығып үҫергә тура килә. Колхозда намыҫлы етәксе булған атаһы Сталинград алышында һәләк була; донъя йөгөн яңғыҙы тартып, ҡырыҫ замандың сәйәси аңһыҙлығы йоғонтоһонда һаулығы ҡаҡшаған әсәһе лә яҡты донъяларҙан иртә китә. Әсәһенә ураҡ урышып, мал ҡарашып нығынған, күңелһеҙ детдом тормошон да үҙ елкәһендә татыған үҫмер тормошта артабан да бирешмәй. Тәүәкәндә ете класты тамамлағас, колхозға мал ҡараусы булып эшкә сыға. Ветеринар, аҙаҡ склад мөдире булыпэшләй, ысын “Хеҙмәт ударнигы” булараҡ, Почет таҡтаһынан төшмәй, хаҡлы ялға сыҡҡанда уға лайыҡлы рәүештә хеҙмәт ветераны исеме бирелә.

 Үҙе кеүек үк эшкә бөтмөр, сая рухлы заттан булған, Тәүәкән ауылының абруйлы кешеләре - ил батыры Хисаметдин Ғәләм улы һәм алдынғы ураҡсы Мөғлифә Абдулла ҡыҙының эшһөйәр ғаиләһендә тәрбиәләнгән икенсе яртыһы Миңнира Хисаметдин ҡыҙы 40 йыл ғүмерен балаларға бағышлаған Педагогик хеҙмәт ветераны. Мәғариф өлкәһендә балаларға төплө белем биреүсе, яҡты юл күрһәтеүсе тәжрибәле уҡытыусы колхозда, ырҙында бил бирмәҫ эшсән дә була заманында.

 Әбделнасир Йомағол улы менән илле йыл элек 23 июлдә ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, дүрт бала үҫтерә улар. Шөкөр, балаларының бөгөн дүртеһе лә иҫән-һау, һөнәрле, ғаиләле, матур ҡыҙҙар-улдар үҫтерә. Ялдарҙа, байрамдарҙа алтын ҡуллы әсәләренең мейес аштарын, оло йөрәкле атайҙарының наҙлы ҡарашын һағынып ҡайтып урайҙар, изгелекле ата-әсәгә үҙҙәре лә ныҡлы терәк, күңел йыуанысы булып йәшәйҙәр. Артабан да хөрмәтле ил улы һәм ил ҡыҙына балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына күреп, ауылдаштарының, тирә-яҡтың ихтирамын тойоп, йән тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ бергә-бергә һөйөнөп йәшәргә насип итһен!

 Тәүәкәндең күркәм кешеләре хаҡында тулыраҡ яҙмабыҙ – баҫманың бөгөнгө һанында.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: