Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2021, 06:05

Ҡорбан ғәйете менән!

Рәсүл ЯНБАЕВ, райондың имам-мөхтәсибе:  Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!  Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Ҡорбандар ҡабул булһын, оло сауаптарына ирешергә насип итһен. Һеҙгә сәләмәтлек, хәйерле, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар, мал-мөлкәтегеҙгә бәрәкәт теләйем. Ҡорбан ул – Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу. Аллаһ Тәғәләнең рәхимлеген һәм сауабын өмөт итеп ҡорбан салып, уның бойороғон үтәү. “Ҡорбанлыҡтың ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа ирешмәй, ләкин һеҙҙең тәҡүәлек (Аллаһҡа бойһоноусанлыҡ) ирешә”,  – тип Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә. Ҡорбанлыҡтың итен иһә кешеләр үҙҙәре ашай, яҡындарына бүләк итә, мохтаждарҙы һыйлай. Аллаһ Тәғәлә кешеләргә малды ризыҡ итеп һәм йөн, тиреләренән кейем тегеү өсөн биргән. Ҡорбан байрамында кешеләр бер-береһен һәм мохтаждарҙы һыйлай, Аллаһтың ниғмәте менән бүлешә.  Аллаһ Тәғәлә тыныслыҡҡа, ғәҙеллеккә, изгелеккә бойора һәм боҙоҡлоҡтан, гонаһтарҙан, аҙғынлыҡтан тыя. Раббыбыҙ илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм бәрәкәт бирһен!

Ҡорбан ғәйете менән!
Ҡорбан ғәйете менән!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

 Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Ҡорбандар ҡабул булһын, оло сауаптарына ирешергә насип итһен.
Һеҙгә сәләмәтлек, хәйерле, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар, мал-мөлкәтегеҙгә бәрәкәт теләйем.
Ҡорбан ул – Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу. Аллаһ Тәғәләнең рәхимлеген һәм сауабын өмөт итеп ҡорбан салып, уның бойороғон үтәү. “Ҡорбанлыҡтың ите лә, ҡаны ла Аллаһҡа ирешмәй, ләкин һеҙҙең тәҡүәлек (Аллаһҡа бойһоноусанлыҡ) ирешә”,  – тип Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә. Ҡорбанлыҡтың итен иһә кешеләр үҙҙәре ашай, яҡындарына бүләк итә, мохтаждарҙы һыйлай.
Аллаһ Тәғәлә кешеләргә малды ризыҡ итеп һәм йөн, тиреләренән кейем тегеү өсөн биргән. Ҡорбан байрамында кешеләр бер-береһен һәм мохтаждарҙы һыйлай, Аллаһтың ниғмәте менән бүлешә.

 Аллаһ Тәғәлә тыныслыҡҡа, ғәҙеллеккә, изгелеккә бойора һәм боҙоҡлоҡтан, гонаһтарҙан, аҙғынлыҡтан тыя.
Раббыбыҙ илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм бәрәкәт бирһен!
Рәсүл ЯНБАЕВ, райондың имам-мөхтәсибе.

Автор:
Читайте нас: