Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Июль 2021, 13:10

Йәштәргә үрнәк улар!

“Мораҙым” гәзите уҙғарған “Минең ғаиләм” фотоконкурсында Гөлгөнә һәм Рәис Яугилдиндар беренсе урынға лайыҡ булғайны. Уларға магазинға сертификат тапшырылды. Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы менән Рәйес Шамил улының ғаилә ҡороуҙарына өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Күркәм пар 2 балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Гөлдәр Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, әлеге көндә район хакимиәтендә эшләп йөрөй. Ул тормош иптәше Дамир менән Арыҫлан һәм Алтынай исемле ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Яугилдиндарҙың улдары Азат Башҡорт дәүләт университетының физика-техник факультетында белем алған, армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Күгәрсен юл-төҙөү идаралығында эшләй. Үҙ көстәре менән матур донъя көткән, уңғанлығы менән һоҡландырған эшҡыуар Яугилдиндар күптәргә үрнәк булып тора.

“Мораҙым” гәзите уҙғарған “Минең ғаиләм” фотоконкурсында Гөлгөнә һәм Рәис Яугилдиндар беренсе урынға лайыҡ булғайны. Уларға магазинға сертификат тапшырылды.
Гөлгөнә Хәбирйән ҡыҙы менән Рәйес Шамил улының ғаилә ҡороуҙарына өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Күркәм пар 2 балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Гөлдәр Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, әлеге көндә район хакимиәтендә эшләп йөрөй. Ул тормош иптәше Дамир менән Арыҫлан һәм Алтынай исемле ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Яугилдиндарҙың улдары Азат Башҡорт дәүләт университетының физика-техник факультетында белем алған, армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Күгәрсен юл-төҙөү идаралығында эшләй.
Үҙ көстәре менән матур донъя көткән, уңғанлығы менән һоҡландырған эшҡыуар Яугилдиндар күптәргә үрнәк булып тора.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: