Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2021, 09:57

"Һорау-яуап"

Ҡорбан салыу тураһында Мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо көн етәрәк халыҡ имамдарға ҡорбан салдырыу тәртибе йә ошо юҫыҡтағы башҡа төрлө, мәҫәлән, “Аҡ ҡорбан өлөштәргә нисек бүленә”, “Ҡорбан итенең һөйәген ҡайҙа итергә” һәм башҡа ошондай һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Күгәрсен районы имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт Янбаевтың ҡыҫҡа һәм аныҡ яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡорбан салыу тураһында
Мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо көн етәрәк халыҡ имамдарға ҡорбан салдырыу тәртибе йә ошо юҫыҡтағы башҡа төрлө, мәҫәлән, “Аҡ ҡорбан өлөштәргә нисек бүленә”, “Ҡорбан итенең һөйәген ҡайҙа итергә” һәм башҡа ошондай һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Күгәрсен районы имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт Янбаевтың ҡыҫҡа һәм аныҡ яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.
Һорау:
Ҡорбан салдырғанда йөнөнән тотоп тороу дөрөҫмө?
Яуап:
Йөнөнән тотоп тороу йолаһы бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһис-сәләм ҡыҙы Фатима исеменән салғанда, ҡыҙын саҡырып, “Фатима, кил, ҡорбанлығыңа шаһит бул” тигән. Ләкин был ҡорбан салыуҙың мотлаҡ шарты түгел. Ҡурҡа йә эргәлә түгел икән, кеше исеменән салырға ла ярай.
Һорау:
Аҡ ҡорбан байрам көнө салынғанынан нимәһе менән айырыла?
Яуап:
Аҡ ҡорбан – әйтеү ҡорбаны, нәҙер ҡорбаны. Мәҫәлән, кемдер ауырыуынан шәбәйһә, йә армиянан иҫән һау-ҡайтһа, ҡорбан салам тип һүҙ бирә һәм шул теләге үтәлгәс тә, әйтеүен үтәргә тейеш була. Ә ҡорбан ғәйетендә мөмкинлеге булған һәр ғаилә салырға тейеш. Ул зөлхизә айының 10-сы,11-се, 12-се көндәрендә Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, беҙгә мал-тыуар, ниғмәт биргәне өсөн башҡарыла. Пәйғәмбәребеҙҙең өйрәткәндәрен үтәү булып тора.
Һорау:
Ҡорбанға салынған мал телен арҡыры тешләһә, тағы ла ҡорбан салырға кәрәк тигәндәрен бик күптәрҙән ишеткәнебеҙ бар. Был ҡараш дөрөҫмө?
Яуап:
Телен арҡыры тешләһә тағы салырға тигән хәҙистәр шәриғәтебеҙҙә юҡ, был дөрөҫ түгел.
Һорау:
Ҡорбанлыҡ өсөн орғасы мал ғына һайлана тиеүҙәре хаҡмы?
Яуап:
Юҡ, орғасы ла, тәкә лә ярай. Һыйыр йә үгеҙ булғанда, ике йәшлек булырға тейеш.
Һорау:
Аҡ ҡорбан өлөштәргә нисек бүленә?
Яуап:
Әйтеү ҡорбаны, ғәҙәттә, тулыһынса мохтаждарға таратыла. Иллә-мәгәр алдан уҡ күпмелер өлөшөн таратабыҙ, күпмеһелер ғаиләбеҙгә ҡала тип ниәтләһә, үҙҙәренә лә ашарға ярай.
Һорау:
Ҡорбан итен балта менән сабырға, һөйәгенә балта тигеҙергә ярамай тиҙәр, был нимә менән нигеҙләнә?
Яуап:
Байрамда салынған ҡорбан итен балта менән сабырға, бүлергә ярай. Бала тыуғас салынған ғаҡиҡа ҡорбанын ғына балта менән сапмайҙар, һөйәген быуындарынан бүлергә тип әйтәләр, мөмкин булһа, шулай яҡшыраҡ.
Һорау:
Аҡсаһын түләп кенә салдыртыу дөрөҫ һаналамы? (мәҫәлән, үҙең ҡатнашмайса, ҡорбанлыҡ һатып алдың да, шуны үҙеңдең исемеңдән салыуҙарын һораның ти...)
Яуап:
Аҡсаһын түләп салдыртыу ҙа дөрөҫ. Хажда, мәҫәлән, шулайталар, үҙҙәре ҡорбанлыҡтарын күрмәйҙәр.
Һорау:
Ҡорбан итенән ҡалған һөйәкте эткә бирергә ярамай тигәнде лә ишеткән бар, был фекер хаҡмы? Һөйәген ҡайҙа итәләр ул осраҡта?
Яуап:
Ҡорбан итенән ҡалған һөйәкте эткә бирергә ярай, ә бына һыуға ырғытырға кәрәкмәй. Эттән ҡалһа инде, ауыл кешеһе берәй ҡойма буйына күмеп ҡуйһа була, ҡала кешеһе сүп менән ташлаһа ла була.
Һорау:
Салыу һөйәген йорт-ҡура һаҡлай, ҡот тип элеп ҡуялар, был дөрөҫмө?
Яуап:
Салыу һөйәген элеп ҡуйырға ярамай, был мәжүсилектән ҡалған ышаныс , ҙур гонаһ Аллаһҡа тиңдәш ҡылыу була.
Һорау:
Ҡорбан итенән шешлек эшләргә яраймы (айыҡ табындар, йә балалар өсөн) ?
Яуап:
Шешлек эшләргә ярай.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: