Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2021, 09:53

Олпат юбилярға - оло хөрмәт

Күп тә кәрәкмәй шул өлкән кешегә... Аҙ ғына иғтибар бүлһәң, йылы һүҙеңде йәлләмәһәң, йөҙҙәренә нур бөркөлә. Яңыраҡ 90 йәшенә аяҡ баҫҡан Мораҡ ауылы кешеһе, Хеҙмәт ветераны - Клавдия Инчина ла тыуған көнөнә район етәксеһенән ҡотлау ҡағыҙын һәм иҫтәлекле бүләк алып, беҙҙең менән ихлас аралашып, көтөлмәгән ҡунаҡтарға сикһеҙ ҡыуанып ҡалды. Клавдия Тимофеевна Ишбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡаран ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ул нужа ҡамытын кейеп, ун йәштән ҡара эшкә егелеп үҫә. 11 бала араһынан ғаиләһендә бер яңғыҙы иҫән-һау ҡала. Һуғыш осорондағы аслыҡты телгә алғанда, ветерандың хатта тауышы ҡалтыранып киткәндәй булды.

Күп тә кәрәкмәй шул өлкән кешегә... Аҙ ғына иғтибар бүлһәң, йылы һүҙеңде йәлләмәһәң, йөҙҙәренә нур бөркөлә. Яңыраҡ 90 йәшенә аяҡ баҫҡан Мораҡ ауылы кешеһе, Хеҙмәт ветераны - Клавдия Инчина ла тыуған көнөнә район етәксеһенән ҡотлау ҡағыҙын һәм иҫтәлекле бүләк алып, беҙҙең менән ихлас аралашып, көтөлмәгән ҡунаҡтарға сикһеҙ ҡыуанып ҡалды.
Клавдия Тимофеевна Ишбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡаран ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ул нужа ҡамытын кейеп, ун йәштән ҡара эшкә егелеп үҫә. 11 бала араһынан ғаиләһендә бер яңғыҙы иҫән-һау ҡала. Һуғыш осорондағы аслыҡты телгә алғанда, ветерандың хатта тауышы ҡалтыранып киткәндәй булды.
- Алабута, ат ҡуҙғалағы ла беҙҙең өсөн ҙур ризыҡ ине. Аслыҡтан үлгән кешенең иҫәбе-хисабы ла булманы, туң башаҡ ашап зыян күргәндәр ҙә байтаҡ булды. Ҡырға эшкә сығабыҙ, ә аяҡтарҙа сабата... - тип, шомло йылдарҙы күҙалларға мөмкинлек бирҙе ул.
Һуғыштан һуң ағас ҡырҡыу, һал ағыҙыу, тимер юл төҙөү эшендә ҡатнашырға тура килә уға. Тормошло булып, артабан Мораҡ ауылын төйәк иткәс, Клавдия Тимофеевна оҙаҡ йылдар 90-сы һөнәрселек училищеһында кер йыуыусы булып эшләй.
Икенсе яртыһы – Ишбирҙе ауылы кешеһе Иван Яковлевич менән 53 йыл бергә татыу ғүмер итеп, бер ҡыҙ үҫтерә улар. Тормош юлдашы ла ябай һөнәр эйәһе, балта оҫтаһы була, үҙ тырышлығы менән район үҙәгендә йорт һалып инә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 12 йыл элек вафат булған).
Хәҙер Күмертау ҡалаһында йәшәүсе берҙәнбер ҡыҙы - Валентина Ивановна, бер ейән, бер ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәһе күпте күргән, күпте кисергән әсәнең, өләсәйҙең терәк-таянысы, күңел йыуанысы булып тора.
- Беҙ күргәнде балалар, йәштәр күрмәһен. Тормош ифрат матур хәҙер. Тик эшләргә йыбанмаҫҡа кәрәк. Рәхәтләнеп йәшәргә булыр ине, их, ғүмерҙәр генә үтте, - ти хөрмәтле юбиляр.
Азамат Ғәҙелшин фотолары.
(өсөнсө фотола – Клавдия Тимофеевна әсәһенән ҡалған ҡомартҡы эргәһендә)
Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: