Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2021, 09:45

Һәр өйгә килһен гәзит-журнал!

Көндән-көн интернет селтәре киң үҫеш алһа ла, почта хеҙмәтенә һорау бер ҙә кәмемәй. Хаттарҙы һирәк яҙһаҡ та, тегенән- бынан посылка алып, ебәреп торабыҙ. Шулай ҙа почта хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе матбуғат менән бәйле: халыҡҡа ваҡытында гәзит-журнал таратыу уларҙың эшен баһалаған төп күренештәрҙең береһе булып тора. Ҡайһы ҡына хат ташыусыны алһаң да, шуға инанаһың: улар ауылдағы һәр кемде яҡшы белә. Әлмәс ауылы почтальоны Гөлнас Вәли ҡыҙы Киленбаева ла шундайҙарҙың береһе. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ошо ергә ереккән 38 йәшлек ҡатын почтала дүртенсе йыл эшләй. Хәҙер инде уны үҙ һөнәренең оҫтаһы тип әйтергә лә була. Әлмәстә беҙҙең район гәзиттәрен яраталар. Башҡа баҫмаларға ҡарағанда “Мораҙым”ға өҫтөнлөк биреүҙәренә беҙ ҙә һөйөнәбеҙ. - Бәләкәй генә ауыл булһа ла, рухлы халыҡ йәшәй унда, тиер инем. Быға тиклемге почтальон ваҡытында ниндәй кимәлдә яҙылғандар матбуғатҡа – шул һаҡланып килә. Гөлнас үҙе ошо ауылдан булғас, халыҡты яҡшы белә, шуға уға был тәңгәлдә эште ойоштороу еңел, - ти уның тураһында подписка бүлеге начальнигы Фәниә Мусина.

Көндән-көн интернет селтәре киң үҫеш алһа ла, почта хеҙмәтенә һорау бер ҙә кәмемәй. Хаттарҙы һирәк яҙһаҡ та, тегенән- бынан посылка алып, ебәреп торабыҙ. Шулай ҙа почта хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе матбуғат менән бәйле: халыҡҡа ваҡытында гәзит-журнал таратыу уларҙың эшен баһалаған төп күренештәрҙең береһе булып тора. Ҡайһы ҡына хат ташыусыны алһаң да, шуға инанаһың: улар ауылдағы һәр кемде яҡшы белә. Әлмәс ауылы почтальоны Гөлнас Вәли ҡыҙы Киленбаева ла шундайҙарҙың береһе. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ошо ергә ереккән 38 йәшлек ҡатын почтала дүртенсе йыл эшләй. Хәҙер инде уны үҙ һөнәренең оҫтаһы тип әйтергә лә була. Әлмәстә беҙҙең район гәзиттәрен яраталар. Башҡа баҫмаларға ҡарағанда “Мораҙым”ға өҫтөнлөк биреүҙәренә беҙ ҙә һөйөнәбеҙ. - Бәләкәй генә ауыл булһа ла, рухлы халыҡ йәшәй унда, тиер инем. Быға тиклемге почтальон ваҡытында ниндәй кимәлдә яҙылғандар матбуғатҡа – шул һаҡланып килә. Гөлнас үҙе ошо ауылдан булғас, халыҡты яҡшы белә, шуға уға был тәңгәлдә эште ойоштороу еңел, - ти уның тураһында подписка бүлеге начальнигы Фәниә Мусина. Гөлнас маҡтаулы хеҙмәткәр генә түгел, дүрт балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән әсәй ҙә. - Күптән түгел ҙур ҡыҙым Дильнозаны матур итеп туй үткәреп, кейәүгә бирҙек. Улым Асадбек уҡып бөтөп, диплом алып, һөнәре буйынса эшләй ҙә башланы. Наҙгөл туғыҙҙы уңышлы тамамлап, уҡыуын артабан һөнәр үҙләштереүҙә дауам итәсәк. Ә бәләкәйебеҙ Ғайсарға әле алты ғына йәш, - ти әсә балалары тураһында ғорурланып. Ҡош-ҡорт ҡарарға ла, мал-тыуар аҫрарға ла, уның ағын эш итеп, һөт-ҡаймағын, майын һатырға ла, мул итеп баҡсаһын үҫтерергә лә өлгөрә. - Почтаға күскәнсе фермала һауынсы инем. Былтыр ике эштә лә йөрөнөм. Үҙем машинала йөрөгәс, ике эшкә лә өлгөрҙөм. Ауыл халҡына рәхмәт, минең эшемде аңлап, гәзит-журналға яҙылып торалар. Иң яратып уҡығандары, әлбиттә, үҙебеҙҙең районы гәзите “Мораҙым”, республика баҫмаларынан “Йәшлек”те яраталар, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын алдыралар, - тип Гөлнас Вәли ҡыҙы.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: