Тәүәкән һылыуы Йәнгүзәл кейгән был милли күлдәк - ҡәртәсәһе Мәрзиә Хәбибрахман ҡыҙы Сәлихованан (Баймаҡ районы, Таулыҡай ауылынан) ҡалған ҡомартҡы. Үҙе мәрхүмә булғас, күлдәкте бәләкәй килене Гөлназға бирәләр.
- Ҡәйнәм ул күлдәкте үҙе теккән, тәңкәләрен дә үҙе баҫҡан. Иҫән сағында кейеп йөрөй торғайны. Үҙенә бик килешә ине. Камзулы ла бар. Боронғолоҡ һаҡлаған бер ҡомартҡы инде. Баҡыйлыҡҡа күскәс, төҫө итеп һаҡлайбыҙ, - ти Гөлназ Салауат ҡыҙы.