Мораҙым
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля 2021, 02:00

Иң шифалы ризыҡтарҙың береһе

Бөгөнгө көндә тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр юҡ, тиһәң дә була. Был хәлдең сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Шулай ҙа һаулыҡҡа иң ныҡ йоғонто яһағаны – беҙҙең нисек туҡланыуыбыҙ. Көндәлек аҙыҡ-түлек менән күпме “химия” ҡабул итәбеҙ! Был хәлдән сығыу юлы – атай-әсәйҙәребеҙ ашаған ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү. Мәҫәлән, һары май. Уның файҙаһы һәр йәһәттән дә ифрат ҙур.Уның составындағы май кислоталары, углеводтар, A, D, E, PP витаминдары, антиоксиданттар, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимер еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Һары май үҙәк нервы системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекерләү һәләтен яҡшырта, аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Холестерин күләмен күтәрмәһең, бауырға насар тәьҫир итмәһен өсөн самаһын белеп ашарға кәрәк. Зарарлы матдәләрҙең тәьҫиренән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, һары майҙы косметологияла ла ҡулланалар. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Өләсәйҙәрҙең быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуғандарын да хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Һары майҙы эшләү ауыр түгел: бешкән һары майҙы талғын утта иретергә. Аҫтына ултырған төпрәһен айырырға. Әҙерәк тоҙ һалһаң, телде йоторлоҡ май килеп сыға. Һары майҙы сейә, бөрлөгән, ҡарағат, ҡурай еләге менән дә эшләргә була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөнгө көндә тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр юҡ, тиһәң дә була. Был хәлдең сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Шулай ҙа һаулыҡҡа иң ныҡ йоғонто яһағаны – беҙҙең нисек туҡланыуыбыҙ. Көндәлек аҙыҡ-түлек менән күпме “химия” ҡабул итәбеҙ! Был хәлдән сығыу юлы – атай-әсәйҙәребеҙ ашаған ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү. Мәҫәлән, һары май. Уның файҙаһы һәр йәһәттән дә ифрат ҙур.
Уның составындағы май кислоталары, углеводтар, A, D, E, PP витаминдары, антиоксиданттар, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимер еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Һары май үҙәк нервы системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекерләү һәләтен яҡшырта, аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Холестерин күләмен күтәрмәһең, бауырға насар тәьҫир итмәһен өсөн самаһын белеп ашарға кәрәк. Зарарлы матдәләрҙең тәьҫиренән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, һары майҙы косметологияла ла ҡулланалар. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Өләсәйҙәрҙең быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуғандарын да хәтерләйһегеҙҙер, моғайын.
Һары майҙы эшләү ауыр түгел: бешкән һары майҙы талғын утта иретергә. Аҫтына ултырған төпрәһен айырырға. Әҙерәк тоҙ һалһаң, телде йоторлоҡ май килеп сыға. Һары майҙы сейә, бөрлөгән, ҡарағат, ҡурай еләге менән дә эшләргә була.
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас