Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Июля 2021, 04:43

Бала саҡтың нурлы ҡояшы ул әсәй

Тыл ветераны Ғәзимә Лотфулла ҡыҙы Яйыҡбаеваға бөгөн - 90 йәш.Ул быуын кешеләрен хәҙер тыл ветерандары, һуғыш балалары тип атайҙар. Ҡәһәрле һуғыш бала саҡтарынан иртә айырған, әсе нужа күрһәткән, ҡара йәштән ауыр эшкә егелеп эшләргә мәжбүр иткән. Яҡын туғандарының, ғәзиз аталарының “ҡара ҡағыҙ”ҙарын алып, ҡайғынан бөгөлөп төшкән мәлдәре булған, тик һынмаған улар, киреһенсә, бирешмәҫкә, йәшәргә тырышып, сәмләнеп эшләп, зар-һағыштарын хеҙмәт менән баҫҡан. Һуғыш йылдарында быуын нығытҡандарҙың береһе ул – Ғәзимә Лотфулла ҡыҙы Яйыҡбаева. Яңауыл (Эткөсөк) ауылында Бәҙерниса менән Лотфулла Сәлиховтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәй сағынан уҡ етеҙ, эшкә сымыры булыуы менән айырылып тора. 1941 йылдың яҙында ауылдағы башланғыс мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, күрше Сәйетҡолда уҡыуын дауам итергә була. Уҡыу еңел бирелә уға, йөрәгенең төбөндә киләсәктә артабан уҡып, күңеленә ятҡан һөнәр алыу хыялын йөрөтә. Йәмле июнь иртәһендә башланған ғәрәсәтле һуғыш барлыҡ ил кешеләренең яҙмышын ҡырҡа бороп, үҙгәртеп ебәрә. Һуғыштың тәүге ҡышында, декабрь айында, атаһы фронтҡа алынғас, үҫмер ҡыҙ балаға уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Биш бала менән ҡалған әсәһенә ярҙам итер, ғаиләне ҡарашыр өсөн өсөн колхоз эшенә сыға. Тиҫтерҙәре менән ниндәй генә эштәр башҡармай улар: үгеҙ егеп ер һөрә, иген сәсә, баҫыу утай, бесән саба, йыйып күбәләй, ырҙын табағында ашлыҡ һуға. Ҡыш етһә, ауыл үҫмерҙәрен урман эшенә ебәрәләр. Бер нисә тапҡыр урман йығыу, ағас ботау эшендә була. “Оло бер кешене беҙгә күҙ-ҡолаҡ итеп ебәрәләр. Барғас, ҡалайтып ағас бысып йығырға күрһәтеп бирәләр ҙә, артабан һәр беребеҙ үҙ аллы эшләй. Күҙ бәйләнгәс кенә, быймаларыбыҙ, бейәләйҙәребеҙ шыҡырлап туңып, баракка ҡайтып инәбеҙ, кейем-һалымыбыҙҙы сыуалға киптерегә ҡуябыҙ. Алмашлап ашарға бешерәбеҙ. Йышылмаған таҡталарҙан әтмәләнгән урындыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ ҙа иртүк тороп эшкә сығабыҙ. План бирелгән, уны үтәргә кәрәк. Эш араһында шаярабыҙ-көләбеҙ, бер кем дә зарланып, мыжып ултырманы. Еңеү өсөн тип тырыштыҡ, бөтәбеҙҙең дә тиерлек атайҙарыбыҙ һуғышта дошман менән алыша, күбебеҙҙеке һәләк булғайны”, - тип иҫләй ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул быуын кешеләрен хәҙер тыл ветерандары, һуғыш балалары тип атайҙар. Ҡәһәрле һуғыш бала саҡтарынан иртә айырған, әсе нужа күрһәткән, ҡара йәштән ауыр эшкә егелеп эшләргә мәжбүр иткән. Яҡын туғандарының, ғәзиз аталарының “ҡара ҡағыҙ”ҙарын алып, ҡайғынан бөгөлөп төшкән мәлдәре булған, тик һынмаған улар, киреһенсә, бирешмәҫкә, йәшәргә тырышып, сәмләнеп эшләп, зар-һағыштарын хеҙмәт менән баҫҡан. Һуғыш йылдарында быуын нығытҡандарҙың береһе ул – Ғәзимә Лотфулла ҡыҙы Яйыҡбаева.
Яңауыл (Эткөсөк) ауылында Бәҙерниса менән Лотфулла Сәлиховтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәй сағынан уҡ етеҙ, эшкә сымыры булыуы менән айырылып тора. 1941 йылдың яҙында ауылдағы башланғыс мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, күрше Сәйетҡолда уҡыуын дауам итергә була. Уҡыу еңел бирелә уға, йөрәгенең төбөндә киләсәктә артабан уҡып, күңеленә ятҡан һөнәр алыу хыялын йөрөтә.
Йәмле июнь иртәһендә башланған ғәрәсәтле һуғыш барлыҡ ил кешеләренең яҙмышын ҡырҡа бороп, үҙгәртеп ебәрә. Һуғыштың тәүге ҡышында, декабрь айында, атаһы фронтҡа алынғас, үҫмер ҡыҙ балаға уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Биш бала менән ҡалған әсәһенә ярҙам итер, ғаиләне ҡарашыр өсөн өсөн колхоз эшенә сыға. Тиҫтерҙәре менән ниндәй генә эштәр башҡармай улар: үгеҙ егеп ер һөрә, иген сәсә, баҫыу утай, бесән саба, йыйып күбәләй, ырҙын табағында ашлыҡ һуға. Ҡыш етһә, ауыл үҫмерҙәрен урман эшенә ебәрәләр. Бер нисә тапҡыр урман йығыу, ағас ботау эшендә була. “Оло бер кешене беҙгә күҙ-ҡолаҡ итеп ебәрәләр. Барғас, ҡалайтып ағас бысып йығырға күрһәтеп бирәләр ҙә, артабан һәр беребеҙ үҙ аллы эшләй. Күҙ бәйләнгәс кенә, быймаларыбыҙ, бейәләйҙәребеҙ шыҡырлап туңып, баракка ҡайтып инәбеҙ, кейем-һалымыбыҙҙы сыуалға киптерегә ҡуябыҙ. Алмашлап ашарға бешерәбеҙ. Йышылмаған таҡталарҙан әтмәләнгән урындыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ ҙа иртүк тороп эшкә сығабыҙ. План бирелгән, уны үтәргә кәрәк. Эш араһында шаярабыҙ-көләбеҙ, бер кем дә зарланып, мыжып ултырманы. Еңеү өсөн тип тырыштыҡ, бөтәбеҙҙең дә тиерлек атайҙарыбыҙ һуғышта дошман менән алыша, күбебеҙҙеке һәләк булғайны”, - тип иҫләй ул.
Атаһы скрипкасы Лотфулла Әбделфәйез улы 1942 йылдың сентябрендә блокадала ҡалған Ленинград янындағы ҡаты яуҙарҙың береһендә һәләк була. Атаһы һуғышҡа киткәндә тәпәй ҙә баҫмаған мырҙаһы ла үлеп китә. Ауырлыҡтарҙы күмәк хеҙмәт бер аҙ еңеләйтә, ҡыштан алып фронттан килә башлаған өмөтлө хәбәрҙәр күңелде йылыта.
Еңеү тигән зарығып көткән һүҙ Яңауылға 9 майҙа төш ауыуға килеп етә. “Мин бер айҙан артыҡ тиф менән ауырып ята инем. Сәсем ҡойолоп бөттө, тороп йөрөрлөк хәлем дә ҡалманы. Терелеп китеүемә бик өмөт тә итмәй башлаған булғандар икән. Төш ауыуға урамда ниндәйҙер йәнлелек һиҙелде, тороп сығырға хәлем юҡ. Шул саҡ олатайым Малбай бер бәләкәй ҡағыҙ тотоп килеп инде лә: “Балалар, һуғыш бөткән”!- тип хәбәр һалды. Ошо шатлыҡлы хәбәр мине аяҡҡа баҫтырҙы. Тырышып-тырмашып тороп баҫтым, өй стенларына тотона-тотона урамға сыҡтым. Ошо тороуҙан тиҙ арала терелеп киттем”, - тип ул мәлдәрҙе бик йыш иҫенә төшөрөп һөйләргә ярата ул.
Күҙ йәштәрен түктергән, атайһыҙ ҡалдырған, аслы- туҡлы килеш ҡара эш эшләргә мәжбүр иткән һуғыш бөткәндә етеп килгән ҡыҙ Ғәзимә колхозда хеҙмәт итеүен дауам итә. Күмертау ҡасабаһы төҙөлә башлағас, юл төҙөү эшенә ебәрелә. Носилкаларға ҡырсын тейәп ташып, буласаҡ ҡала менән Мәләүез араһындағы юлды һалыуҙа ҡатнаша. Егермене үткәс, иҫәп-хисапҡа тиҙ генә өйрәнеп, бер нисә йыл келәттә эшләй. 1952 йылда ауылдашы - атайыбыҙ Миңзаһир Заһит улы менән ҡауыша. Уның ике бер туған ағалары Рәхмәтулла менән Әхмәҙулла ла яу ҡырында башын һалған була. Уртаҡ яҙмыш, ауырлыҡтар уларҙы сыныҡтыра, киләсәккә өмөт менән йәшәргә өйрәтә. Бер-береһен яратышып өйләнешкән йәштәр колхоз (аҙаҡ совхоз) эшенән ҡалмай, тырышып донъя көтә, яңы өй һалып сыға. Алты балаға ғүмер бирә улар, тик баш балалары сабый сағында һыуыҡ тейҙереп ауырып китә лә, тиҙ арала гүр эйәһе була. Биш балаһына бауыр баҫып, иренә терәк-таяныс булып, олоғайған ҡайныһы, бейеменә ҡәҙер күрһәтеп, матур ғүмер итергә тырышҡан ҡатынға яҙмыш оло һынау ҡуя: утыҙ ете йәшлек тормош иптәше үлеп китә.
“Биш бала менән ҡалған әсәйебеҙ балаларымды кеше күҙенә ҡаратып ултыртмайым тип, башҡаса тормошҡа сығыу тураһында ишетергә лә теләмәй, өс улы менән ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Балаларына бауыр баҫып, совхоз эшендә баш баҫып эшләп, ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәҫкә тырыша ул. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә дебет шәлдәр бәйләп, Ырымбур баҙарына алып барып һатып, беҙҙең, балаларының, өҫтөн бөтәйтте. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраны, беҙҙе бик йәшләй эшкә, намыҫ менән йәшәргә өйрәтте. Мәрхүм иренең рухына тоғро булыуы, балаларын матур тәрбиә биреп үҫтергәне өсөн атайымдың туғандары әсәйебеҙҙе хөрмәт итте, “килен”, “еңгә” тип өҙөлөп торҙо.
Илле йәштән хаҡлы ялға китһә лә, совхоз эшен ташламаны ул. Байтаҡ йылдар “Серп и молот” бүлексәһе ашханаһы өсөн мейес тултырып икмәк һалды. Эшселәр әсәйебеҙҙең уңып бешкән икмәктәрен маҡтай-маҡтай ашай, ти торғайнылар һәр ваҡыт. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булды, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдарын алды, икенсе дәрәжә “Герой-әсә” исеменә тап төшөрмәне әсәйебеҙ”, - тиҙәр балалары уның хаҡында.
Дөрөҫ тәрбиә алып үҫкән биш балаһы бөгөн үҙ юлын табып, матур тормош ҡорған. Ейән-ейәнсәрҙәре “ҡәрсәй”, “өләсәй” тип өҙөлөп тора. Ошо бәхетенә ҡыуанып ғүмер итә, барыһына ла шөкөр итеп йәшәй. “Туҡһан йәшлек тормош юлым туғыҙ йылдай ҙа булмаған кеүек. Хоҙай биргән ғүмерҙе уның бүләге тип атайым. Уйлай китһәң, ниҙәр генә күрелмәгән дә, ниҙәр генә кисерелмәгән. Ауырлыҡтар ҙа инде онотолған. Ни генә тиһәләр ҙә, тормош матур, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ”,- ти ул.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас