Техникалар колоннаһын халыҡ айырыуса көтөп ала. Бында элек етештерелгән һәм ҡулланылышта булған, әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа эшләгән ҡеүәтле Рәсәй һәм сит ил техникаһының мөмкинлектәрен күрергә була. Майҙан буйлап ин беренсе һабан тартҡан атты етәкләп “Утар” йәмғиәте вәкиле Салауат Булатбаев үтте. Уны “Уралец 220”, хәҙер инде тарихта ғына ҡалып барған легендар“ДТ-54”, сит илдә сыҡҡан һәм Рәсәйҙә етештерелгән “Кировец К-525“, “Кейс Магнум”, “Джон Дир”, “МАН” автомобиле, “Диечи” телескопик тейәгесе, “Клаас Тукано”, “Акрос” комбайндары һ.б. алыштырҙы.