Бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы ҒайсаЯнбаев күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә - Мораҡ ауылында йәшәүсе Людмила менән Илдар Ғүмәровтарға һәм Багдашкин ауылында ғүмер итеүсе Алһыу менән Радик Тажетдиновтарға 250 һум күләмендә аҡсалата сертификаттар тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, республикала бушлай ер алыуға хоҡуҡлы күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ер урынына бер тапҡыр бирелеүсе 250 мең һум күләмендә аҡса ала ала. Әлеге мәлдә беҙҙең районда ундай хоҡуҡ менән 5 ғаилә файҙаланған.
Торлаҡ сертификатын ғаиләләр йорт йәки ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүҙе башлау йәки дауам итеүгә, шулай уҡ төҙөлөшкә алған итотека йәки кредитты ҡаплатыуға тотона ала.