Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ – Сәйетҡол ауылы егете Альберт Мостафин баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге күлдә батып барыусы ирҙе ҡотҡара.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Альберт махсус тәғәйенләнештәге “Смерч” бүлегендә хеҙмәт итә, физик яҡтан көслө әҙерлеккә эйә. Спезнозовсы был көндө Карьер күле буйына йүгерергә сыға, кешеләрҙең ҡысҡырған тауыштарын ишетеп хәлдең ниҙә икәнен аңлағас та, һыуға батҡан ирҙе ҡотҡарыу өсөн һыуға сума һәм уны 4 метр (!) тәрәнлектән табып алып сыҡҡас, уға тәү медицина ярҙамы күрһәтә.
Альберт - пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең спорты мастеры, ятҡан килеш штанга күтәреү һәм пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы.
“Альберт, һин ысын герой!”, “Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!” – социаль селтәрҙәрҙә яҡташыбыҙҙың батырлығын һүрәтләгән яҙма аҫтында ошондай яҙыуҙар бихисап. Ысынлап та, Альберт – ысын батыр! Һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ!