Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Апреля 2021, 09:46

Ветерандар апрель пенсияһы менән Еңеү көнөнә аҡсалата компенсация аласаҡ

2019 йылдың 24 апрелендәге “Еңеү көнөнә граждандарҙың ҡайһы бер категорияһына йыллыҡ аҡсалата түләү тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Президентының 186-сы һанлы Указына ярашлы, 2021 йылдың апрелендә 10 мең һум күләмендә йыллыҡ аҡсалата түләү башҡарыла. Пенсия фонды тарафынан билдәләнгән пенсия менән бергә Еңеү көнөнә тәғәйенләнгән түләүҙе 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан республиканың 166 инвалиды һәм 479 ҡатнашыусыһы аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
2019 йылдың 24 апрелендәге “Еңеү көнөнә граждандарҙың ҡайһы бер категорияһына йыллыҡ аҡсалата түләү тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Президентының 186-сы һанлы Указына ярашлы, 2021 йылдың апрелендә 10 мең һум күләмендә йыллыҡ аҡсалата түләү башҡарыла.
Пенсия фонды тарафынан билдәләнгән пенсия менән бергә Еңеү көнөнә тәғәйенләнгән түләүҙе 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан республиканың 166 инвалиды һәм 479 ҡатнашыусыһы аласаҡ.
“Кәрәкле бөтә эш алдан башҡарылған, түләү алыр өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй, ул Пенсия фондында булған мәғлүмәт нигеҙендә тәғәйенләнәсәк”, - ти Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Йыллыҡ аҡсалата түләүгә хоҡуғы булған граждандар иҫәбендә булған, ике ведомствонан пенсия алған йәки 1992 йылдың 26 июнендәге “Рәсәй Федерацияһында суд статустары тураһында”ғы 3132-1-се һанлы Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы, пенсия һәм айлыҡ ғүмерлек ҡарауҙа (содержаниела) булған шәхестәргә түләү Рәсәй Пенсия фондының территориаль идаралыҡтары тарафынан башҡарыла.
10 мең һум күләмендәге йыллыҡ аҡсалата түләүгә Рәсәй Федерацияһы, шулай уҡ Латвия, Литва, Эстон Республикалары территорияһында даими йәшәгән, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды йәки Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы булған граждандар хоҡуҡлы.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мабуғат хеҙмәте.
Читайте нас