Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Марта 2021, 11:02

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәбиулла Хәкимов бөгөн үҙенең 100 йәшен билдәләй

Һанаулы ғына ҡалған ветерандарҙың береһе, күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәгән, Мораҡ ауылында йәшәгән ветеран Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимов бөгөн үҙенең 100 йәшлек олуғ юбилейын ҡаршы алды. Һуғышҡа ул 1942 йылда алына. Алкино, Тоцк хәрби лагерҙарында әҙерлек үткәс, 90-сы гвардия дивизияһының пехота-уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. Курск дуғаһында барған хәл иткес алыштарҙа, Украинаның күп ҡала һәм ауылдарын немец дошмандарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Оҙаҡ ауырығандан һәм госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, 1943 йылдың аҙағында уны демобилизациялайҙар. Тыуған яғына ҡайтҡас та ул колхоз эшенә сума һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған районы мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Нәбиулла Хәбибулла улын олуғ ғүмер байрамы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район ветерандар Советы рәйесе Ирек Сафин, “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Факил Бикбаев, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Жердев һәм башҡалар ҡотланы, ветеранға Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау открыткаларын тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һанаулы ғына ҡалған ветерандарҙың береһе, күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәгән, Мораҡ ауылында йәшәгән ветеран Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимов бөгөн үҙенең 100 йәшлек олуғ юбилейын ҡаршы алды.
Һуғышҡа ул 1942 йылда алына. Алкино, Тоцк хәрби лагерҙарында әҙерлек үткәс, 90-сы гвардия дивизияһының пехота-уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә.
Курск дуғаһында барған хәл иткес алыштарҙа, Украинаның күп ҡала һәм ауылдарын немец дошмандарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Оҙаҡ ауырығандан һәм госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, 1943 йылдың аҙағында уны демобилизациялайҙар. Тыуған яғына ҡайтҡас та ул колхоз эшенә сума һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған районы мәнфәғәтенә хеҙмәт итә.
Нәбиулла Хәбибулла улын олуғ ғүмер байрамы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район ветерандар Советы рәйесе Ирек Сафин, “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Факил Бикбаев, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Жердев һәм башҡалар ҡотланы, ветеранға Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау открыткаларын тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас