Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, был бәхет һәр кемгә лә бирелмәй. Әммә һүҙебеҙ бөгөн был хаҡта түгел. Кемдәргәлер ҡартлыҡ көнөндә балалары, яҡындары ҡулында ҡәҙер-хөрмәт күреү насип булһа, кемдәрҙер уны яңғыҙ ғына ҡаршылай. Тормошта бит төрлө хәлдәр осрай: берәү әсә булыу бәхетен бөтөнләй кисермәгән һәм олоғайған көнөндә шыпа яңғыҙ ҡалған, икенсе берәүҙең балалары үҙҙәре ярҙамға мохтаж, ата-әсәләрен ҡарай алмай йә ҡарағылары килмәй һ.б. Ҡарауһыҙ ҡалған өлкән йәштәгеләр ғәҙәттә ҡарттар йортонда йылы мөйөш таба. Әммә унда эләгеүе лә анһат түгел, тиҙәр белгән кешеләр. Һуңғы йылдарҙа өлкәндәр өсөн шәхси пансионаттар асылыуы был көсөргәнеште кәметергә булышлыҡ итә лә инде.
Район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итеүсе Тәнзилә Мастюнина Ибрай ауылында буш торған ике ҡатлы мәктәпте ҡуртымға алып, өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн пансионат асырға уйлай. Унда тәүҙә 20-ләп инәй-бабай буласаҡ, яҡынса 5 кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
Тәнзилә Фәрит ҡыҙы өсөн был өлкә яҡшы таныш, ул быға тиклем Ижау ҡалаһында шундай пансионатта эшләгән һәм эш нескәлектәрен яҡшы белә. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та, Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәил Иҫәнбирҙин да уның башланғысын хупланы һәм кәңәштәрен бирҙе.