*Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр.
*Әгәр беренсе мартта йылы булып, тамсылар тамып торһа, ҡар тиҙ ирер, йәй ҙә яҡшы килер.
*Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
*Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
*Мартта көн менән төн тиңләшә.
*Марттың шартын апрель сығарыр.
*Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
*Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ китер.
*Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер.
*Егерме бишенсе мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.
*Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.