Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Марта 2021, 12:43

Һәр ауылдың үҙ һулышы, әммә...

Һәр ауылдың үҙ моң-зары һәм шатлыҡ-ҡыуаныстары. Бәхеткә күрә, Урал ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡта икенселәре өҫтөнлөк итә. Биләмәнең үҙәген тәшкил итеүсе Бикбулат ауылында халыҡ өсөн мөһим бөтә социаль һәм мәҙәни объекттар бар. Белем усағы, шул уҡ бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәп яны төркөмө эшләй; ауыл китапханаһын, урындағы хакимиәт һәм клубты берләштергән, әллә ҡайҙан балҡып торған ауыл мәҙәниәт йорто тирә-яҡҡа йәм бөркә. Бирелә эшләгән педагогик коллектив һәм мәҙәни ойоштороусылар, китапханасы, фельдшер... – һәммәһе лә үҙ эшен ҙур намыҫ менән башҡарыусы һөнәр эйәһе. Әммә, башҡа ауылдарҙағы кеүек, эскелек, эшһеҙлек, ергә бәйле мәсьәләләр был биләмәне лә урап үтмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр ауылдың үҙ моң-зары һәм шатлыҡ-ҡыуаныстары. Бәхеткә күрә, Урал ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡта икенселәре өҫтөнлөк итә. Биләмәнең үҙәген тәшкил итеүсе Бикбулат ауылында халыҡ өсөн мөһим бөтә социаль һәм мәҙәни объекттар бар. Белем усағы, шул уҡ бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәп яны төркөмө эшләй; ауыл китапханаһын, урындағы хакимиәт һәм клубты берләштергән, әллә ҡайҙан балҡып торған ауыл мәҙәниәт йорто тирә-яҡҡа йәм бөркә. Бирелә эшләгән педагогик коллектив һәм мәҙәни ойоштороусылар, китапханасы, фельдшер... – һәммәһе лә үҙ эшен ҙур намыҫ менән башҡарыусы һөнәр эйәһе.
Әммә, башҡа ауылдарҙағы кеүек, эскелек, эшһеҙлек, ергә бәйле мәсьәләләр был биләмәне лә урап үтмәй. Нәҡ күптән түгел район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев һәм уның етәкселегендәге эшсе төркөм, урындағы актив ҡатнашлығында уҙғарылған Урал ауыл биләмәһе ултырышында ла был яҡ халыҡты борсоған мәсьәләләр ҡаралды. Һәр өлкәлә үткән йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһалды, биләмәнең социаль-иҡтисади торошона баһа бирелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
Тулыраҡ мәғлүмәт - баҫмабыҙҙың бөгөнгө һанында
Читайте нас