Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа милли тәрбиәгә, халыҡ педагогикаһына өҫтөнлөк бирелеүе лә ғаиләләге мөнәсәбәтте нығытыуға, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһай. Заман башҡа - заң башҡа тиһәләр ҙә, милләтте һаҡлап ҡалам, рухи яҡтан да, физик яҡтан да һау-сәләмәт быуын үҫтерәм тиһәң, милли асылыбыҙға ауаздаш булған, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә нигеҙләнгән тәрбиә алымдарын ҡулланыу отошлолор. Үҙҙәре ҡасандыр идеологик тәрбиә алып үҫкән быуын да бөгөн милләт һағына баҫып, ейән-ейәнсәрҙәрен булһа ла, нәҡ халыҡ педагогикаһы буйынса тәрбиәләргә тырыша. Был дөрөҫтөр ҙә. Сөнки халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы ла былай ти: “Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең”. Иңебеҙҙә тотош ил, милләт кеүек төшөнсәләр ятҡанда, әлбиттә, оло яуаплылыҡ тойоп эш итергә тейешбеҙҙер. Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Раял улы Юдаев та тормош иптәше Айгөл менән ғаилә ҡиммәттәрен һәр йәһәттән өҫтөн ҡуйып, балалар тәрбиәләүҙә туғанлыҡ мөнәсәббәттәренең әһәмиәтен юғары баһалап, башҡаларға ла өлгө күрһәтә.