Мораҙым
+1 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Января 2021, 08:05

Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл

Солоҡсолоҡ ата-бабаларҙан ҡалған боронғо шөғөл, шулай ҙа уның менән шөғөлләнеүселәр әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит солоҡ балы һатып алыусылар тарафынан ҙур һорау менән файҙалана, бындай балдан ҙур табыш алырға була. “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйылдан башлап нәҡ солоҡсолоҡ йүнәлешен дә башларға уйлай. Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йәмғиәт директоры Руслан Ғүмәров нәҡ ошо хаҡта белдерҙе. Билдәле булыуынса, “Ҡырағай бал” йәмғиәте нигеҙендә ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән, бөгөн ул бер юридик шәхесте, ун шәхси һәм ике крәҫтиән (фермер) хужалығын берләштерә. Улар меңдән ашыу умартаға эйә.Солоҡ умарталығы райондың иң матур ерендә – Һүрәм утары янында урынлашасаҡ, умартасы-экскурсовод килгән кешеләргә солоҡтарҙы күрһәтәсәк, теләге булған кешеләргә солоҡтарҙы асып бал алырға ярҙам итәсәк. “Ҡырағай бал”дың Мораҡтағы объектында күргәҙмә үҙәге ойоштороласаҡ: килгән кешеләр бында үтә күренмәле умарталарҙа ҡорттарҙы ҡарай, продукцияны тәмләп ҡарай аласаҡ, бал продукттарын һатып алыу, ҡортсолоҡ тарихы менән танышыу мөмкин буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Солоҡсолоҡ ата-бабаларҙан ҡалған боронғо шөғөл, шулай ҙа уның менән шөғөлләнеүселәр әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит солоҡ балы һатып алыусылар тарафынан ҙур һорау менән файҙалана, бындай балдан ҙур табыш алырға була. “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйылдан башлап нәҡ солоҡсолоҡ йүнәлешен дә башларға уйлай. Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йәмғиәт директоры Руслан Ғүмәров нәҡ ошо хаҡта белдерҙе.
Билдәле булыуынса, “Ҡырағай бал” йәмғиәте нигеҙендә ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән, бөгөн ул бер юридик шәхесте, ун шәхси һәм ике крәҫтиән (фермер) хужалығын берләштерә. Улар меңдән ашыу умартаға эйә.
Солоҡ умарталығы райондың иң матур ерендә – Һүрәм утары янында урынлашасаҡ, умартасы-экскурсовод килгән кешеләргә солоҡтарҙы күрһәтәсәк, теләге булған кешеләргә солоҡтарҙы асып бал алырға ярҙам итәсәк. “Ҡырағай бал”дың Мораҡтағы объектында күргәҙмә үҙәге ойоштороласаҡ: килгән кешеләр бында үтә күренмәле умарталарҙа ҡорттарҙы ҡарай, продукцияны тәмләп ҡарай аласаҡ, бал продукттарын һатып алыу, ҡортсолоҡ тарихы менән танышыу мөмкин буласаҡ.
Читайте нас