Һапаш өсөн тауыш бирәйек!
Билдәле булыуынса, беҙҙең Түбәнге Һапаш ауылы “Башҡортостандың иң матур ауылы” бәйгеһендә ҡатнаша. Уны "Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы, Йәш депутаттар ассоциацияһы уҙғара. Сентябрҙә «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсының икенсе этабы башланды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында финалсылар тураһында видеоматериалдар күрһәтелә башланы ла инде. 8 октябрҙә иртәнге 7-нән 8-гә тиклемге арауыҡта"Сәләм" тапшырыуы эфирында Һапаш ауылы тураһында сюжет күрһәтеләсәк, уны ҡарарға онотмағыҙ! Ә еңеүсе төбәкте – “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы”н билдәләр өсөн интерактив тауыш биреү 9 октябрҙә башлана. Тауыш биреүҙә бөтә район менән әүҙемлек күрһәтеп, Һапаш ауылын алға сығарыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, райондаштар!