Почта бүлексәләренән кеше өҙөлмәй. Шулай булмай һуң: яратҡан гәзит-журналдарына яҙылыуҙан тыш, ауыл кешеләре электр уты менән газға ла шунда түләй, етмәһә бүлексәләрҙә көндәлек кәрәк әйберҙәр – көнкүреш тауарҙарынан алып, аҙыҡ-түлеккә тиклем һатыла.
Теләүембәт почтаһында ла көнөнә тиҫтәнән артыҡ кеше килә: кемдер ваҡытлы матбуғатҡа яҙылһа, хат ебәрһә, кемдеңдер сәй-шәкәре бөткән, күптәр иһә кәрәкле түләүҙәрен түләп ҡуйырға ашыға. Почта бүлексәһе начальнигы Әлфиә Вәлиеваның бында эшләй башлауына өсөнсө йыл. Ошо ваҡыт эсендә урындағы халыҡ менән уртаҡ тел тапҡан һәм эшенең бар нескәлектәренә төшөнгән. Әйткәндәй, Әлфиә Минифәр ҡыҙы гәзит-журналдарға яҙылыу эшенә ҙур өлөш индерә.
- Подписка ныҡ һүлпән бара тип әйтә алмайым. Йылдар буйы яҙылған кешеләр гәзит-журналһыҙ йәшәй алмай. Хат ташыусыларыбыҙ подписка эшенә ҙур көс һала, - ти ул.