Мораҡ ауылы Яңы йыл байрамына әҙерләнеүен дауам итә, бер нисә көн эсендә З.Биишева исемендәге парк тағы ла йәмләнеп китте: матур итеп биҙәлгән ҡупшы шыршы ултыртылды, балалар өсөн таусыҡтар, бәүелсәктәр, әкиәт геройҙарын хәтерләткән боҙ һындар эшләнде. Айырыуса, ҡараңғы төшкән мәлдә мең уттар менән балҡыған парк күҙҙең яуын алып тора!
Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге паркта боҙ майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды. Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Жердев биҙәү эштәрен башҡарған, боҙҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа һындарҙы эшләгән, предприятие, учреждение, ойошмалар коллективтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Барыһын да, айырыуса, балаларға ҡаласыҡта урынлашҡан нәмәләргә ҡарата һаҡсыл булырға, ватмаҫҡа, емермәҫкә саҡырҙы.
Балалар район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторған уйын-көлкөлө мажарала бик теләп ҡатнашты, күңелле йыр-моңдарҙы тыңлап, геройҙар менән бергә уйнап кинәнде.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге белгестәре кескәйҙәр һәм уҡыусылар өсөн төрлө уйындар ойошторҙо.