Мәҡсүт ауылында йәшәгән Рәзилә Факил ҡыҙы менән Илшат Кинйәбай улы Вәлитовтарҙы был төбәктә яҡшы беләләр. Уңған, эшһөйәр, егәрле йәштәр күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә ҡороп, өс балаға – Риналь, Райман тигән малайҙарға һәм Илмира исемле ҡыҙыҡайға ғүмер биргән. Ояһында ни күрһә – осҡанында шул була тигәндәй, балалар ҙа тәрбиәне нәҡ үҫкән ғаиләһендә ала: ата-әсәһенә өй эштәрендә ярҙам итә, ололарға – оло, кеселәргә –кесе итеп ҡарай, малайҙар аталарынан күреп уҡ юнһа, ҡыҙыҡай әсәһенән күреп тун бесә.