Мораҙым
+10 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентября 2020, 13:05

Бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Ул бала ғына килеш Бөйөк Ватан һуғышының бар ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән, унан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан, совет кешеһенең беренсе булып йыһанға осоуына ғорурланған һәм бөйөк ил булараҡ хәҙер инде тарихта ғына ҡалған СССР-ҙың тарҡалыуын үҙ йөрәге аша үткәреп һыҙланған, илдең йәнә күтәрелеш осорон күреп шатланған... 1933 йылда Юлдыбай ауылында донъяға килгән, әсәһе йәшләй генә үлгәс, һеңлеһе менән ҡустыһына терәк булып, уларҙы аяҡҡа баҫтырған, ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән, 48 йәшендә тол ҡалған, бөгөн ҡыҙы Лираның, ейәнсәрҙәре Айгөл менән Гүзәлиәнең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисергән Ҡәмәрә Зариф ҡыҙы Хоҙайғолова хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне “Мораҙым” гәзите биттәрендә табырһығыҙ. Һаман да гәзит-журнал уҡыған, үҙе матур шиғырҙар яҙған һоҡланғыс инәй ул!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул бала ғына килеш Бөйөк Ватан һуғышының бар ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәргән, унан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан, совет кешеһенең беренсе булып йыһанға осоуына ғорурланған һәм бөйөк ил булараҡ хәҙер инде тарихта ғына ҡалған СССР-ҙың тарҡалыуын үҙ йөрәге аша үткәреп һыҙланған, илдең йәнә күтәрелеш осорон күреп шатланған... 1933 йылда Юлдыбай ауылында донъяға килгән, әсәһе йәшләй генә үлгәс, һеңлеһе менән ҡустыһына терәк булып, уларҙы аяҡҡа баҫтырған, ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән, 48 йәшендә тол ҡалған, бөгөн ҡыҙы Лираның, ейәнсәрҙәре Айгөл менән Гүзәлиәнең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисергән
Ҡәмәрә Зариф ҡыҙы Хоҙайғолова хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне “Мораҙым” гәзите биттәрендә табырһығыҙ. Һаман да гәзит-журнал уҡыған, үҙе матур шиғырҙар яҙған һоҡланғыс инәй ул!
Читайте нас