Мораҙым
+6 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
26 Августа 2020, 08:11

Күҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы

Үҙе менән алтын көҙҙө эйәртеп һарысай ҙа етеп килә. Тиҙҙән алтынланған иген ҡырҙарынан эстафета ҡабул итеп, баҡса-парктар, урмандар, әрәмәлектәр ҙә һары, ҡыҙыл төҫтәргә инеп, күҙҙе ҡамаштырыр. Алтын көҙ! Былай тип әйткәндә беҙ тәбиғәттең тышҡы буяу биҙәктәрен генә күҙ уңында тотмайбыҙ, әлбиттә. Көҙҙөң алтынлығы, уның ҡәҙере һәм күркәмлеге барыһынан да бигерәк көҙгө муллыҡ, иркенлек менән билдәләнә. Имештер, бер ауыл ҡартынан: “Һинең өсөн көҙ яҡшымы, яҙ яҡшымы?”- тип һорағандар. Ул иһә зирәк итеп яуап ҡайтарған: “Күҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы!”.

Добавить в предпочтительные источники Google

Читайте нас