Мораҙым
+9 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
18 Августа 2020, 12:25

Һәр эшеңде Аллаһ исеме менән башла!

“Бисмиллаһ әйтмәйенсә эш башлама!” ти торғайны беҙҙең өләсәйҙәр. Ул саҡта көлөп кенә ҡараһам да, йәшәй-йәшәй был һүҙҙең ниндәй ҙур көскә эйә булғанына ышана барам. Быйыл ҡыш иһә быға тағы бер тапҡыр инанып, хайран ҡалдым. Эш былай булды. Ике ҙур табаҡ итте турап, электр ит турағысы (мясорубка) аша үткәрергә булдым. Тик туң булмағас, иттең шекәрәһе шәп кенә үткәрергә бирмәй, сеткаһына урала ла ҡуя. Бер-ике киҫәк үткәрәм дә, ит турағысты һүтеп, таҙартып алғас ҡабат эшкә тотонам. Юҡ, бит әй, эш алға бармай... Ике сәғәткә яҡын шулай аҙапланғас, ябай ит турағыс аша үткәрергә булдым. Уныһы менән дә эштең рәте булманы. Шунан ялт итеп хәтергә килеп төштө: туҡта, мин бит эште бисмилла әйтмәй башланым. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡабат электр ит турғасын тоҡандырып, “Бисмиллаһи- рахмани рахим!” тип эшкә тотоноуым булды, быға тиклем селтәр аша үтмәй аптыратҡан ит геүләп кенә үтә башланы. 10-15 минутта табаҡ ярым ит фарш булып табағымда өйөлөп ята ине инде.Был хәлде мин Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, хатта ки бер мөғжизәһе тип ҡабул иттем. Ә бит ысынлап та шулай!

Добавить в предпочтительные источники Google
“Бисмиллаһ әйтмәйенсә эш башлама!” ти торғайны беҙҙең өләсәйҙәр. Ул саҡта көлөп кенә ҡараһам да, йәшәй-йәшәй был һүҙҙең ниндәй ҙур көскә эйә булғанына ышана барам. Быйыл ҡыш иһә быға тағы бер тапҡыр инанып, хайран ҡалдым.
Эш былай булды. Ике ҙур табаҡ итте турап, электр ит турағысы (мясорубка) аша үткәрергә булдым. Тик туң булмағас, иттең шекәрәһе шәп кенә үткәрергә бирмәй, сеткаһына урала ла ҡуя. Бер-ике киҫәк үткәрәм дә, ит турағысты һүтеп, таҙартып алғас ҡабат эшкә тотонам. Юҡ, бит әй, эш алға бармай... Ике сәғәткә яҡын шулай аҙапланғас, ябай ит турағыс аша үткәрергә булдым. Уныһы менән дә рәт сығарып булманы. Шунан ялт итеп хәтергә килеп төштө: туҡта, мин бит эште бисмилла әйтмәй башланым. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡабат электр ит турғасын тоҡандырып, “Бисмиллаһи- рахмани рахим!” тип эшкә тотоноуым булды, быға тиклем селтәр аша үтмәй аптыратҡан ит геүләп кенә үтә башланы. 10-15 минутта табаҡ ярым ит фарш булып табағымда өйөлөп ята ине инде.
Был хәлде мин Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте, хатта ки бер мөғжизәһе тип ҡабул иттем. Ә бит ысынлап та шулай!
Читайте нас