Йәйҙең бер көнө тотош йылды туйҙыра. Бер-бер артлы емеш-еләк өлгөрә лә башланы, йыйып, эш итеп өлгөр генә. Ҡырға сығып, ер еләге йыйырға форсат булмй торғас, баҡса еләге менән хушһынабыҙ әлегә. Хәйер, унан да урман еҫе, урман тәме сығып торған бынамын тигән ҡайнатма әҙерләргә була. Бөтә сере - бөтнөктә. Еләкте, бөтнөк үләнен йыуып, һыуын һарҡытҡас, блендерҙан үткәреп, шәкәргә болғайһың. Ҡайнатма тиһәк тә, ҡайнатырға кәрәкмәй. Тәме лә, еҫе лә, файҙаһы ла шул килеш һаҡлана - туңдырғыста һаҡлайҙар. Ҡуш устай ҡурай еләге лә ҡушып ебәрһәң, бигерәк тәмле.