Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июня 2020, 06:35

Баш ҡалала һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға һәм тыл эшсәндәренә хәтер стелаһы ҡуйыла

Өфөлә һуғышта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға һәм тыл эшсәндәренә хәтер стелаһы ҡуйыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзында белдереүҙәренсә, уны баш ҡаланың Киров районындағы Пушкин урамына урынлаштырырға хәл ителде.

«Ошо аллеяның ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында иҫкә төшөрөп тороуын теләйбеҙ. Тәү сиратта 1942 йылдың майында үҙ теләге менән Сталинград фронтына, һуғыштың ҡыҙыу барған урынына киткән «ҡыҙҙар» эшелонын хәтергә алайыҡ», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Һуғыш – ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, ләкин ҡатын-ҡыҙҙар фронтта ла, тылда ла еңеүгә тос өлөш индергән. Тиҙҙән аллея төҙөкләндерелә һәм унда һуғышта ҡатнашҡандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығы онотолмаһын өсөн хәтер стелаһы ҡуйыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы
Читайте нас