Муйыл сәскә атмаҫ борон ултыртылған һуған мул уңыш бирә тиҙәр. Ә бына картуфты сәскә атҡас, сәсәләр. Тимәк, бөгөн-иртән тигәндәй, өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Сөнки муйыл сәскә атҡанда көндәр, ғәҙәттә, һалҡынайта. Синоптиктар ҙа 12 майҙан һуң көндөң бер аҙ һыуытыуы ихтимал тип фаразлай. Тәбиғәтте күҙәтеү, ысынлап та, күпкә отошло. Һынамыштар халыҡта борондан һаҡланған.
Кәкүк саҡыра башлаһа, көндәр йылыта.
Майҙың тәүге яртыһы йылы булһа, иҫкесә ай башынан аҙағына ҡәҙәр һыуытып тороуы мөмкин.
Торналар күренһә, борсаҡ сәсергә ваҡыт. Тик уларҙың урын байҡап йыш осоуы йылдың ҡоро килеүенә ишаралай. Шулай ҙа ҡоролоҡ быйыл бик борсомаҫ тип ышанғы килә - ҡайын һыуы арыу ғына мул аҡты.