Ҡартатайым Харисов Әнүәр Абзал улы 1919 йылда Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында тыуа. 1939 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар, 1941 йылда һуғышҡа инә.
Һуғыш башланған мәлдә улар, һалдаттар, һин дә мин йоҡлап ятҡан була.
“Шартлау тауышына уянып киттек. Геүелдәп самолеттар оса. Нимә булғанын аңғарған юҡ, албырғашып килеп торҙо һалдаттар. Кейенеп өлгөргәне кейенде, кейенеп өлгөрмәгәне эске кейемдә килеш ҡаса башланыҡ. Көслө атыш башланды, бомбаға тоттолар. Беҙҙең ҡорал түгел, өҫтә йүнле кейем дә юҡ, өс-дүрт һалдатҡа бер генә мылтыҡ. Шул ғына арала йөҙләгән йәш һалдат үлде. Үлгән һалдаттарҙың кейемен алып, кейенеп, ҡоралдарын алып, һуғышҡа индек...”- тип һөйләгән ул әсәйемдәргә.
Хәйбулла районы музейында уның һөйләүе буйынса яҙылған яҙма ла һаҡлана. (Үҙгәрешһеҙ бирәм).
“Петрозаводск ҡалаһында танк училищеһына уҡырға индем, ләкин һуғыш башланғас, тамамлай алманым. Фашистар һөжүм итә башлағас, Ленинградҡа отступать иттек (был “отступать”иттек тигәнен ҡартатайымдың ҡастыҡ тип һөйләгәне була инде. Иҫәнгилде ауыл мәктәбендә ветерандар менән осрашыуҙа һөйләгән ул яу юлы тураһында. Ҡартатайымдың ҡастыҡ тип һөйләгәненән башҡа ветерандар уңайһыҙланып: “Ҡуйсәле, Әнүәр, ҡастыҡ тимә инде, отступать иттек тип һөйлә”, -тип төҙәткән булғандар. Ҡартатайым сурытып һөйләй белмәгән кеше бит инде: “Уның нимәһе бар, ҡасҡас ҡастың тиһең инде”, - тип кенә яуаплаған. Ысынлап та, ғүмерең ҡыл өҫтөндә торғанда ҡасмай ҡайҙа бараһың...).
Унан беҙҙе Ижевск ҡалаһына алып киттеләр. Унда алты ай уҡып, курс бөттөм. Уҡып бөткәс, 20 кешене Горький ҡалаһына эшкә алып киттеләр. Шулай итеп, Украинаның 2-се фронтына эләктем. Һуғыш ваҡытында шофер булдым, пушкалар ташыным. Киев ҡалаһында ҡаты яраландым һәм 4 ай госпиталдә яттым. Унан үҙемдең часҡа килдем. Беҙ Орел, Краков, Брянск, Львов, Киев, Мукачев һәм башҡа ҡалаларҙы азат иттек. Освенцим концлагерынан кешеләрҙе Краков ҡалаһына алып барҙыҡ. Ундағы пленныйҙар ҡот осҡос хәлдә инеләр, шул тиклем ябыҡтар...”.
Хәйбулла районы музейында был яҙманың дауамы ла бар.
“Ҡайһыныһы ир, ҡайһыныһы ҡатын кеше икәнлеген дә айырып булмай, тотоуы ҡурҡыныс, һөйәктәре таралып китерҙәй инеләр”,- тип апайҙарыма һөйләгән булған ул ҡасандыр.
Освенцим тотҡондарын Краковҡа улар 8 май – Еңеү көнөндә ташығандар. Шул концлагерҙамы, әллә бер яу юлындамы ул ауылдашы - Роза инәйемдең атаһы Галин Нуретдин олатайҙы осрата. “Әнүәр ҡустым, һаумы, тип килеп күреште Галин ағай. Иҫән ҡайта алырбыҙмы икән ошонан, тип һөйләшеп торғайныҡ”, -тип һөйләгән булған ҡартатайым.
Беҙ, балалыҡ менән уның һуғыш ветераны икәнен дә, шундай яу юлы үткәнлеген дә белмәгәнбеҙ, шуныһы үкенес. Хәйер, ҡартатайым һуғыш тураһында бик һөйләп тә бармағаны.
“Бәйләнештә” сайтындағы “Военная история башкир” төркөмө администраторы, тарихсы Азат Ярмуллин “Подвиг народа” сайтына һылтанма биреп, ҡартатайымдың наградной ҡағыҙҙары тураһында мәғлүмәттәр тапҡайныҡ. Бына ябай ҡәләм менән “22” тип билдәләнгән ҡағыҙҙа яҙылған мәғлүмәт.
“Работая трактористом на тракторе ЧТЗ-30 в течение зимне-весеннего наступления наших войск, тов. Харисов досрочно укатал 3 оперативных аэродрома, обеспечив совей работой ввод их в эксплуатацию. Кроме указанных работ тов. Харисов проделал свыше 550 км. Пути во время перебазировок, буксируя за собой прицепную аэродромную технику. Красноармеец Харисов заботливо относится к врученному ему трактору и поддерживает его всегда в боевой готовности, несмотря на его изношенность. Им лично произведено три текущих ремонта своего трактора. За четкое выполнение боевых заданий командования и при строительстве оперативных аэродромов и досрочное выполнение укатки трех аэродромов достоин представления к Правительственно награде – медали “За боевые заслуги. 12.04.1944 г. Командир –майор Стешенко.”
Ҡартатайым тыуған яғына һуғыштан һуң емереклектәрҙе тергеҙеүҙә ҡатнашып, 1947 йылда ғына ауылына әйләнеп ҡайта.