Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2020, 19:20

19 йәшендә генә яу яланында ятып ҡалған Александр Новодворскийҙың хаттары

Күпме кешене хәсрәт упҡынына һалған был ҡәһәрле һуғыш! Алдыбыҙҙа ятҡан хаттарҙа был бигерәк тә асыҡ сағыла. 18 йәшендә генә ут эсенә ингән Күпме кешене хәсрәт упҡынына һалған был ҡәһәрле һуғыш! Алдыбыҙҙа ятҡан хаттарҙа был бигерәк тә асыҡ сағыла. 18 йәшендә генә ут эсенә ингән Александр исемле Мораҡ егете шул тиклем дә йәшәргә теләгән, киләсәк тураһында хыялланған... Тик уға ата-әсәһен, туғандарын ҡабат күрергә насип булмаған - 19 йәшендә генә яу яланында ятып ҡалған. Яңы егет ҡорона ингән улының хаттарын әсәһе күҙ ҡараһындай һаҡлаған һәм китап итеп төпләгән, тышына “Память о милом сыночке” тип яҙып, улының фотоһүрәтен ҡуйған. Һуңғы биткә Александр Данилович Новодворскийҙың яу яраларынан вафат булыуы һәм ҡайҙа ерләнеүе хаҡындағы извещение ҡуйылған.

Һуғыш тамамланыуға 75 йыл үткән, әммә ул килтергән әрнеү-ғазаптар һаман да кешеләр хәтерендә...
Күпме кешене хәсрәт упҡынына һалған был ҡәһәрле һуғыш! Алдыбыҙҙа ятҡан хаттарҙа был бигерәк тә асыҡ сағыла. 18 йәшендә генә ут эсенә ингән Александр исемле Мораҡ егете шул тиклем дә йәшәргә теләгән, киләсәк тураһында хыялланған... Тик уға ата-әсәһен, туғандарын ҡабат күрергә насип булмаған - 19 йәшендә генә яу яланында ятып ҡалған.
Яңы егет ҡорона ингән улының хаттарын әсәһе күҙ ҡараһындай һаҡлаған һәм китап итеп төпләгән, тышына “Память о милом сыночке” тип яҙып, улының фотоһүрәтен ҡуйған. Һуңғы биткә Александр Данилович Новодворскийҙың яу яраларынан вафат булыуы һәм ҡайҙа ерләнеүе хаҡындағы извещение ҡуйылған.
Ябай ғына ҡағыҙ киҫәктәрендә тотош бер ғаилә яҙмышы, ғаилә фажиғәһе... Беҙҙең быуынға, беҙҙең балаларға улар күргән-кисергәндәрҙе һуғыш афәттәрен күрергә яҙмаһын!
Читайте нас: