Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
14 Сентябрь 2021, 10:54

Беҙҙекеләр һынатмай

Сентябрь башында Өфө ҡалаһының Рима Баталова исемендәге Спортҡа әҙерләү үҙәгендә 2006-2012 йылғы малай-ҡыҙҙар араһында еңел атлетика күпбәйгеһе буйынса Башҡортостан Республикаһы шәхси берееслеге үтте. Был сарала беҙҙең районды Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - Фирғәт Килдебаев етәкселегендә Айлина Мәсәғүтова, Илья һәм Никита Крапивиндар, Марсель Теүәлбаев, Ангелина Фатун, Богдан Фатун Богдан лайыҡлы күрһәттте.   2006-2007 йылғы 52 спортсмен араһында Никита Крапивин 3-сө урынды яуланы.  2008-2009 йылғы 44 ҡатнашыусы араһында Богдан Фатун 3-сө баҫҡысҡа күтәрелде.

Беҙҙекеләр һынатмай
Беҙҙекеләр һынатмай

 Сентябрь башында Өфө ҡалаһының Рима Баталова исемендәге Спортҡа әҙерләү үҙәгендә 2006-2012 йылғы малай-ҡыҙҙар араһында еңел атлетика күпбәйгеһе буйынса Башҡортостан Республикаһы шәхси берееслеге үтте.

 Ярыштарҙа Өфө, Бөрө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Дыуан, Күгәрсен һәм Өфө райондарынан 400-ҙән ашыу йәш спортсылар ҡатнашты. 
 Ярыш программаһына 60 метрға йүгереү, 150 грамлыҡ тупты бәреү, оҙонлоҡҡа һикереү,  500, 600, 800, 1000 метрға кросс инде.
 Был сарала беҙҙең районды Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - Фирғәт Килдебаев етәкселегендә Айлина Мәсәғүтова, Илья һәм Никита Крапивиндар, Марсель Теүәлбаев, Ангелина Фатун, Богдан Фатун Богдан лайыҡлы күрһәттте. 

 2006-2007 йылғы 52 спортсмен араһында Никита Крапивин 3-сө урынды яуланы.  2008-2009 йылғы 44 ҡатнашыусы араһында Богдан Фатун 3-сө баҫҡысҡа күтәрелде. Йәш спортсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңынан-яңы бейеклектәр яуларға насип булыуын теләйбеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: